Аҡса ҡына түгел, һәр бер ҡылған изгелек – саҙаҡа
Изгелектең ниндәй генә ҙурлыҡта булыуына ҡарамаҫтан, уны эшләргә ашығырға кәрәк.
Изгелек ҡылыу – ул һәр хәйерле эш-ғәмәл, кемгәлер хәлеңдән килгәнсә ярҙам итеү, тормошобыҙҙоң күркәм әҙәп-әхләҡ сифаты. Изгелек тормошобоҙға нур һәм бәрәкәт алып килер.
Бәйғәмбәребеҙ ғәләйһи үәссәләм үҙенең бер хәҙисендә:
“ كل مَعروف صدقة “
"Һәр бер изге эш – саҙаҡа" – тине. (Бохари риүәйәте).
"Бер изге ғәмәлгә лә кәмһенеп ҡарамағыҙ, хатта ҡәрҙәшеңде асыҡ йөҙ менән ҡаршы алыуға ла" – тип әйткән. (Мөслим риүәйәте).
Ҡәрҙәшеңә йылмайыу ҙа, уны асыҡ йөҙ менән ҡаршы алыу ҙа, ҡул биреп күрешеү ҙә, йылы һүҙҙәр әйтеү ҙә изге ғәмәлдәрҙән һанала. Бына ниндәй еңел ғәмәлдәр. Уныһын да беҙ ҡайһы ваҡытта эшләргә ялҡауланабыҙ, һаранланабыҙ, күңелебеҙҙе асмайбыҙ, үҙебеҙҙе Аллаһ Тәғәләнең әжер-сауаптарынан мәхрүм итәбеҙ.
Изгелекте күңел киңлеге менән эшләү хәйерле, рәхмәт әйтеп, кеше алдында маҡтаһындар өсөн түгел. Әлбиттә уларҙың ихлас рәхмәте доға һымаҡ Аллаһҡа барып етәсәк. «Бер рәхмәт, мең бәләнән ҡотҡара», «Изгелек ерҙә ятмай» – ти, халыҡ мәҡәле лә. Изгелектә Аллаһының рәхмәте, бәрәкәте бар, Мөхәммәт салләллаһу ғәләйһи үә сәлләм әйткән: «Раббыларына иң рәхмәтле булыусылар — кешеләргә (ҡайһы милләт һәм дин вәкиле булыуҙарына ҡарамаҫтан) рәхмәтле булыусылар».
Изгелек – ҡояш нурына тиң. Бер-береңә ярҙам итешеп йәшәү, асыҡ йөҙлө, тәмле һүҙле булыу кешеләргә ҡояштың яҡты нурҙары кеүек үк кәрәк. Изгелек тормошто биҙәй, йәшәүҙе һаҡлай, ә яуызлыҡты емерә. Кеше тормошта һәр саҡ яҡшылыҡ ҡына эшләр өсөн тыуған. Йәшәүҙең төп мәғәнәһе изгелек ҡылыу, изгелек эшләү.
Беҙгә Аллаһы Раббыбыҙ барыбыҙға изгелеккә асҡыс булырға, яманлыҡҡа йоҙаҡ булырға насип итһә ине. Изге эштәр ҡылып, дөрөҫ юлдан барһаҡ ҡына беҙҙең киләсәгебеҙ яҡты, ышаныслы булыр! Донъялағы һәр бер кеше лә шулай изгелектәр эшләһә, йәшәүе лә матур булыр ине. Аллаһы Тәғәлә барыбыҙға ла ихлас күңел менән һәм бары тик Уның ризалығы өсөн генә, хәйерле, изге ғәмәлдәр ҡылып йәшәргә насип итһен!
“Әбйәлил мосолмандары” сайтынан алынды.
Тулыраҡ текст: https://nazir1965.com/vәғәzdәr/izgelek-ҡylyғyҙ.html