Халыҡ һыуығайға ҡарап йәйҙең нисек килеhен төҫмөрләгән.
Ғинуар (һыуығай) – ҡарлы, буранлы, ҡаты һыуыҡлы ай. Иң көслө һыуыҡ ғинуар 1969 йылда булған, 30 градуслы һалҡындар теүәл 20 көн буйы торған.
Халыҡ ғинуарға ҡарап йәйҙең нисек килеүе тураһында күп һынамыштар әйтеп ҡалдырған. Мәҫәлән, 25 ғинуар ҡояшлы икән — күсмә ҡоштарҙың көньяҡтан иртәрәк ҡайтыуын көт.
Ғинуар ҡоро килһә, крәҫтиән мул уңыш алыр.
Әгәр ғинуар айында ҡара ер ятһа, икмәккә ҡытлыҡ килер.
Боҙбармаҡтар күп булһа, уңыш та мул булыр.
Ғинуарҙа һыуыҡ булһа, июль ямғырһыҙ һәм эҫе килер.
Бәшмәк көҙ һуңында ғына үҫер.
Ғинуарҙа «март етһә», мартта ғинуар «булыр».
Ғинуарҙа ҡар күп яуһа, бурандар уйнап торһа, июлдә ямғырлы килер.
Ғинуар башында көн йылы булһа, арыш уңыр.
Алтыһында туп-тулы ай – яҙғы ташҡын һыуға бай.
Раштыуа төнөндә күк йөҙө аяҙ булһа, баҡса уңыр, ҡар яуһа, алманан шәп уңыш көтөгөҙ.
Егермеһендә һыуыҡ булһа, йәй эҫе килер.
Егерме дүртендә бәҫ тотһа, йәй ямғырлы килер.
Һуҡыр сысҡан ояһынан ғинуарҙа сыҡһа, май һалҡын булыр.
Ғинуар ҡарһыҙ һәм һалҡын булһа, йәй ҡоро һәм эҫе була.
Ғинуарҙа боҙбармаҡтар күп икән, яҡшы уңыш көт.
Ғинуарҙа ҡар күп яуһа, бурандар күп булһа, йәй ямғырлы була.
Ғинуарҙа ағас ботаҡтары боҙланып ҡатһа, сәтләүек һәм еләк-емеш күп булыр.
Ғинуар һалҡын булһа, июль ҡоро һәм эҫе була.
Урман шаулаһа, һыуыҡтар оҙаҡ торор. Ай тоноҡланып торһа, икенсе көн ҡар яуыр.
Торбанан сыҡҡан төтөн ергә йәйелһә, ҡар яуыр. Көн аяҙ, матур торһа, төнөн ныҡ һыуытыр.
Ҡыҙылтүш турғай сырҡылдаһа, көндәр йылыныр.
Мейестә утын шартлап янһа – әсе һыуыҡтарға.
Ҡаҙ һыңар аяҡта баҫып торһа, әсе һыуыҡҡа. Ҡаҙҙар ҡанат ҡаҡһа – сатнама һыуыҡҡа, ә инде һыуҙа йыуына башлаһа, тиҙҙән йылытыр.
Ҡоштар ҡарға йә ағастың аҫҡы ботаҡтарына ҡунаҡлаһа, тиҙҙән епшек көндәр килер, әгәр ағастың башына ултырһа – әсе һыуыҡтарға.
Тумыртҡаның ғинуарҙа туҡылдауы – иртә яҙға.
Ғинуарҙа ҡар ни тиклем күберәк булһа, көҙ икмәк мул булыр.
Ғинуарҙың икенсе яртыһы ҡояшлы торһа, уңыш яҡшы була.
Ғинуарҙа ҡоро һәм һалҡын булһа, яҙын ҡар тиҙ иреп бөтә.