+11 °С
Дождь
Еңеүгә - 80 йыл
Яңылыҡтар
11 Января 2022, 07:47

Башҡортостан Республикаһы Башлығы стипендиаттары.

Искәндәр Янбаев Мостай Кәрим исемендәге 158-се башҡорт гимназияһының 7-се “а” синыфында белем ала. Уға быйылғы уҡыу йылында Башҡортостан Башлығы стипендиаты тигән маҡтаулы исем биргәндәр.

Башҡортостан Республикаһы Башлығы стипендиаттары.Башҡортостан Республикаһы Башлығы стипендиаттары.
Башҡортостан Республикаһы Башлығы стипендиаттары.

Башҡортостан Республикаһы Башлығы стипендиаттары.

Искәндәр Янбаев Мостай Кәрим исемендәге 158-се башҡорт гимназияһының 7-се “а” синыфында белем ала. Уға быйылғы уҡыу йылында Башҡортостан Башлығы стипендиаты тигән маҡтаулы исем биргәндәр.

Әңгәмәне Искәндәр менән дауам итәйек.

– Ниндәй фәндәрҙе яратып, ҡыҙыҡһынып өйрәнәһең?

– Минең иң яратып, ҡыҙыҡһынып уҡыған фәндәремдең береһе алгебра.

– Шашка түңәрәгенә нисә йәштән йөрөй башланың?

– 7 йәштән йөрөй башланым. 1-се синыфҡа уҡырға барғас шашка түңәрәгендә урындар булмау сәбәпле, мине алманылар. Ағайым унан алдағы йылдарҙа уҡ йөрөгәс, тренерына ҡустым Искәндәр менән шашка уйнағанда мине еңә тип һөйләгән, шулай итеп ағайым ярҙамында миндә шашка түңәрәгендә шөғөлләнә башланым.

– Ҡайһы еңеүеңде “Ҙур еңеү” тип һанайһың?

– Минең өсөн барлыҡ еңеүҙәрем дә “Ҙур еңеү”. 2018, 2019 йылдарҙа Литвала, Польшала Европа беренселегендә ҡатнашып, уңышлы сығыш яһаным. Быйыл Волга буйы федераль округы буйынса үткәрелгән турнирҙа өс беренсе урын алдым. Уҙған йылда Мәскәү өлкәһендә Рәсәй беренселегенә ярышында 17 йәшкә тиклемгеләр араһында ла һынатманым. Команда менән икенсе урын яулап ҡайттыҡ. Рәсәй беренселегендәге турнирында тиҙ йөрөшлө программала – II, йәшен тиҙлегендәй йөрөштә III урынға лайыҡ булдым.

– Олимпиадаларға әҙерләүсе уҡытыусың тураһында һөйләп үт әле?

– Минең шөғөлләнгән шашка түңәрәге 23-сө спорт мәктәбенә ҡарай. Тәүҙә Рим Ишмәтов етәкселегендә уйнаһам, аҙаҡ инде тренерҙар Ольга Беллер, Александр Мельников, Андрей Калмаков оҫталыҡ серҙәренә төшөндөрҙө.

– “Артек”та ла ял итеү бәхете тейгән, оҡшаны мы?

– Икенсе йыл рәттән Башҡортостан Республикаһы Спорт министрлығының стипендияһын алдым. «Артек»ка бушлай юллама менән бүләкләнеп, 21 көн буйына матур итеп ял итеп тә ҡайттым.

– Республика Башлығы стипендиаты булыу ниндәй өҫтөнлөк бирә?

– Стипендиат исеме иң беренсе сиратта уҡыуға ҡыҙыҡһыныуҙы көсәйтә, дәртләндерә. Тағы ла ул киләсәккә юлды яҡтырта, теләгән уҡыу йортона ингәндә бонус та буласаҡ.

– Уҡыуҙан тыш ваҡытыңды, ял көндәреңде ниндәй шөғөлдәр менән уҙғараһың?

– Буш ваҡытта урамда дуҫтарым, ағайым менән футбол уйнарға яратабыҙ.

– “Аманат” журналын алдыраһығыҙмы? Ҡайһы рубрикалар күңелеңә ята?

– “Аманат” журналының яңы һаны сыҡҡас та “Спорт” рубрикаһы сыҡты микән тип күҙ йүгертеп сығам. Спорт рубрикаһы булһа тәүҙә шуны уҡыйым, һуңынан ғына башҡа биттәренә күсәм.

– “Аманат” журналы уҡыусылаарына теләктәрең?

– Тәртипле, аҡыллы булып үҫһендәр, яҡшы белем алырға тырышһындар. Һәр саҡ күтәренке кәйефтә булһалар, донъя тағы ла йәмлерәк тойолор ине.

– Әлеге ваҡытта һин кем булырға хыялланаһың? Ниндәй уҡыу йортон һайларһың киләсәктә?

– Мин бәләкәйҙән инженер буласаҡмын тип хыялланам, шуға күрә лә киләсәктә Өфө Дәүләт авиация техник университетына уҡырға керергә теләгем ҙур!

– Ихлас әңгәмәң өсөн рәхмәт, Искәндәр! Киләсәктә Башҡортостан, Рәсәй, Донъя кимәлендә исемең танылыу яуларына һис шигем юҡ!

– Рәхмәт!

Сәлимә Ҡаранаева.

Автор:Сәлимә ҠАРАНАЕВА
Читайте нас