+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
11 Ғинуар 2022, 13:05

Рәшит Шәкүргә- 85!

Бөгөн башҡорт шағиры, тел һәм әҙәбиәт белгесе, публицист, Башҡортостандың халыҡ шағиры, Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Салауат Юлаев ордены кавалеры, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре,1961 йылдан СССР-ҙың Журналистар, 1978 йылдан — Яҙыусылар союздары ағзаһы, Өфө ҡалаһының почетлы гражданы Рәшит Закир улы Шәкүровҡа 85 йәш!

Рәшит Шәкүргә- 85!
Рәшит Шәкүргә- 85!

Рәшит Закир улы Шәкүров 1937 йылдың 11 ғинуарында Әлшәй районының Яңы Абдрахман (Түбәнге Сумар) ауылында тыуған. Ауылда ете йыллыҡ мәктәпте тамамлағас, нефть техникумында уҡый, промыслыла оператор булып эшләй, армияла хеҙмәт итә. 1965 йылда Башҡорт дәүләт университетын ҡыҙыл дипломға тамамлай. Һуңынан СССР Фәндәр академияһының Тел ғилеме институтында аспирантурала уҡый һәм 1974 йылда кандидатлыҡ, һуңынан докторлыҡ диссертацияһын яҡлай.

Рәшит Закир улы Шәкүров 1937 йылдың 11 ғинуарында Әлшәй районының Яңы Абдрахман (Түбәнге Сумар) ауылында тыуған.

Ауылда ете йыллыҡ мәктәпте тамамлағас, нефть техникумында уҡый, промыслыла оператор булып эшләй, армияла хеҙмәт итә. 1965 йылда Башҡорт дәүләт университетын ҡыҙыл дипломға тамамлай. Һуңынан СССР Фәндәр академияһының Тел ғилеме институтында аспирантурала уҡый һәм 1974 йылда кандидатлыҡ, һуңынан докторлыҡ диссертацияһын яҡлай.

«Башҡортостан» гәзитендә әҙәбиәт һәм сәнғәт бүлеге мөдире, Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында өлкән ғилми хеҙмәткәр булып эшләй. БАССР Яҙыусылар союзы идараһында, «Ағиҙел» журналы«Башҡорт энциклопедияһы» ғилми нәшриәтендә яуаплы вазифалар башҡара. 1992 йылда Башҡортостанда энциклопедия төҙөү эшен йәнлендереп ебәрә. «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми нәшриәте директоры булып эшләй. Уның редакцияһында «Башҡортостан: Ҡыҫҡаса энциклопедия» сыҡты, ул шулай уҡ алты томлыҡ «Башҡорт әҙәбиәте тарихы» авторҙарының береһе.

Оло әҙипте тыуған көнө менән ҡайнар ҡотлайбыҙ! Ныҡлы һаулыҡ, ижади уңыштар теләйбеҙ!

Рәшит Шәкүргә- 85!
Рәшит Шәкүргә- 85!
Автор:ЗӨБӘРЖӘТ ЯҠУПОВА
Читайте нас: