0 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
16 Ғинуар 2022, 13:15

Төньяҡ-көнбайыш башҡорттары Йылан, Ҡаңны, Ҡырғыҙ ырыуҙарының ҡышҡы уйындары уҙҙы

Туймазы районында буран һәм һыуыҡ, әммә Ҡандракүл күле боҙонда, бик эҫе булды. Бында төньяҡ-көнбайыш башҡорттарының Йылан, Ҡаңны, Ҡырғыҙ ырыуҙарының ҡышҡы уйындары уҙҙы.

Төньяҡ-көнбайыш башҡорттары Йылан, Ҡаңны, Ҡырғыҙ ырыуҙарының ҡышҡы уйындары уҙҙы
Төньяҡ-көнбайыш башҡорттары Йылан, Ҡаңны, Ҡырғыҙ ырыуҙарының ҡышҡы уйындары уҙҙы

Ниндәй башҡорт көстә, сослоҡта ярышырға яратмай икән? Боронғо заманда башҡорттар барлыҡ ярыш төрҙәрен дә яратҡан. Тәү ҡарашҡа, был уйын ғына кеүек, әммә ысынбарлыҡта малайҙар был саҡта кәрәкле күнекмәләр алған, шуға күрә башҡорттар ҡыйыу һәм оҫта яугирҙәр булып дан ҡаҙанғандыр, моғайын.

Бәйге бик үҙенсәлекле булды. Мәҫәлән, ярыш урынына барыу юлы ауыл кешеләренең береһенең шәхси хужалығы аша үткән. Раян Баһауетдиновты Туймазыла һәм унан ситтә лә үҙенсәлекле тыуған яҡты өйрәнеү музейын ойоштороусы булараҡ беләләр. Ә бөгөн ул үҙ биләмәһен йәш батырҙар ҡарамағына ихлас тәҡдим итте: ярыштар башланғансы усаҡ яғып, ярыштар барғанда былау бешергән ҙур ҡаҙанды ҡыҙҙырҙы.

Ике команда ҡала балаларынан – “Сәфәр” бейеү ансамбле һәм 4-се мәктәп вәкилдәренән торҙо, ә өсөнсөһө – Ҡандракүл ауылы мәктәбе уҡыусыларынан. Малайҙар бындай уйындарҙа беренсе тапҡыр ғына ҡатнашыуына ҡарамаҫтан, уларҙа шунда уҡ ҡомар һәм яугир рухы уянды.

- Эйе, башҡорт уйындары беҙҙең өсөн яңылыҡ. Әммә репертуарыбыҙҙа башҡорт бейеүҙәре бихисап. Беҙ бейеүҙәр аша башҡорт халҡының асылын һәм рухын тойоп өлгөргәйнек инде. Шуға күрә ярышҡа артыҡ ҡыйынлыҡһыҙ ылыҡтылар, – тип уртаҡлашты Йылан ырыуы командаһы лидеры, ул “сәфәрҙәр” тарафынан тәҡдим ителде.

“Бәйге” сағыу ярыш менән башланып китте: егеттәр төркөмө санаға егелеп йүгерҙе, ә уларҙың иң етеҙҙәре арбаға баҫып, сәпкә атып барҙы. Был һис тә еңел түгел, сөнки боҙло күл буйлап йүгерергә тура килде.

Егеттәрҙең бүрәнә тотоп бергә-бер майҙан уртаһына сығыуы ла ҡатмарлы бәйге ине. Бүрәнә ярҙамында улар бер-береһен майҙандан ситкә сығарырға маташты. Ә эстафетала күпме көс түкте улар!  Балалар ҙур боҙ киҫәктәрен ҡармаҡлап эләктерҙе һәм, етеҙлектә ярышып, уларҙы күсерҙе! Командалар арҡан тартышты, аҙаҡ боҙҙа ултырып, табандарын ҡаршылыҡҡа терәп, бер-береһенән таяҡ-уҡлауҙы тартып алырға тырышты. Уларҙың береһе лә бирешергә теләмәне, шуға күрә еңеүселәргә трофейҙы яулар өсөн дәғүәселәрен яурын аша ырғытырға тура килде. Иң һуңғы һынау – оҙон ырғаҡтарға беркетелгән саналарҙы тартыу булды.

Һөҙөмтәлә Ҡаңны ырыуы командаһы еңеүсе булды (4-се мәктәп балалары), икенсе урында – Йылан, өсөнсөлә – Ҡырғыҙ ырыуы (ауыл егеттәре).

– Беҙ – спорт һөйөүселәр, команда ярыштарында бер нисә тапҡыр ҡатнаштыҡ. Шуға күрә бында ла еңеүгә ынтылдыҡ. Уйыбыҙҙың килеп сығыуына шатбыҙ, – тине команда лидеры Артем Белов.

Бүләкләү тантанаһында балаларҙы район хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге начальнигы Рәмзин Әбсәләмов, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты ағзаһы, төбәктең мас-рестлинг федерацияһы президенты Раил Бикмәев, республиканың Халыҡтар дуҫлығы йорто директоры Гөлназ Мирхәйҙәрова сәләмләне.

Сара “Айыҡ ауыл” республика проекты сиктәрендә ойошторолдо. Аҙаҡтан бергәләп табын ҡороу ваҡыты етте: ярышта арыған егеттәргә эҫе былау менән сәй бик тә ярап ҡалды.

Фото һәм сығанаҡ: “Туймазинский вестник” баҫмаһынан алынды.

 

 

Төньяҡ-көнбайыш башҡорттары Йылан, Ҡаңны, Ҡырғыҙ ырыуҙарының ҡышҡы уйындары уҙҙы
Төньяҡ-көнбайыш башҡорттары Йылан, Ҡаңны, Ҡырғыҙ ырыуҙарының ҡышҡы уйындары уҙҙы
Төньяҡ-көнбайыш башҡорттары Йылан, Ҡаңны, Ҡырғыҙ ырыуҙарының ҡышҡы уйындары уҙҙы
Төньяҡ-көнбайыш башҡорттары Йылан, Ҡаңны, Ҡырғыҙ ырыуҙарының ҡышҡы уйындары уҙҙы
Автор:ЗӨБӘРЖӘТ ЯҠУПОВА
Читайте нас: