+5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
12 Февраль 2022, 15:01

Сибай гимназия-интернатында - ижад байрамы

Бөгөн Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың тыуыуына 90 йылОшо уңайҙан Сибай гимназия-интернатында иһә башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә уның ижады хаҡында әңгәмәләләр үтте. Видеояҙмала - Сибай гимназия-интернатының 2016 йылғы сығарылыш уҡыусыһы Ильмира Илназарова Рәми Ғариповтың "Ауылдаштарыма" шиғырын һөйләй.

Сибай гимназия-интернатында - ижад байрамы
Сибай гимназия-интернатында - ижад байрамы

Бөгөн Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың тыуыуына 90 йыл
 Шул уңайҙан Сибай гимназия-интернатында иһә башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә уның ижады хаҡында әңгәмәләләр үтте.

Ҡыҫҡаса белешмә:
Рәми Йәғәфәр улы Ғарипов 1932 йылдың 12 февралендә Салауат районы Арҡауыл ауылында тыуған.
Ете йыллыҡ мәктәпте тамамлағандан һуң, 1946—1950 йылдарҙа Өфөнөң 9-сы урта мәктәбендә уҡый.
✅Был уҡыу йорто 1956 йылдан 1-се республика мәктәп-интернаты булһа, 1991 йылда 1-се республика башҡорт гимназия-интернаты итеп үҙгәртелә, 1994 йылда уға халыҡ шағиры исеме бирелә һәм ул бөгөн Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернаты тип атала.
✅1955 йыл — А. М. Горький исемендәге Әҙәбиәт институтын тамамлай;
✅1955—1959 йылдар — республика гәзиттәрендә әҙәби хеҙмәткәр;
✅1959—1964 йылдар — Салауат районында «Йүрүҙән» колхозы, «Һарғамыш» совхозы комсомол ойошмаһы секретары, район гәзитендә бүлек мөдире;
✅1964—1966 йылдар — «Совет Башҡортостаны» гәзитендә (Өфө ҡалаһы) әҙәби хеҙмәткәр;
✅1968—1972 йылдар — «Башҡортостан ҡыҙы» журналында яуаплы секретарь була.
✅ 1977 йылдың 19 февралендә вафат була.

🎞Видеояҙмала - Сибай гимназия-интернатының 2016 йылғы сығарылыш уҡыусыһы Ильмира Илназарова Рәми Ғариповтың "Ауылдаштарыма" шиғырын һөйләй.

Сибайская гимназия-интернат

 

Сибай гимназия-интернатында - ижад байрамы
Сибай гимназия-интернатында - ижад байрамы
Сибай гимназия-интернатында - ижад байрамы
Автор:ЗӨБӘРЖӘТ ЯҠУПОВА
Читайте нас: