-13 °С
Ясна
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
11 Март 2022, 14:29

Мини селтәр яһау оҫтаһы

Күптәрҙең яратҡан шөғөлдәре тора-бара бейеклектәргә күтәрер күпергә әйләнә. Тырышлыҡ, көс һалған һәм күңел ятҡан эштең файҙаһы булмай ҡалмай. Иҙел Хәкимов Әбйәлил  районы Асҡар ауылынан. Егеттең яулаған уңыштарына һоҡланмау мөмкин түгел. Әлеге ваҡытта ул Өфө Дәүләт Авиация Техник Университетында белем ала. Ә башҡорт кейемдәрен тегеү, түшелдерек, хәситәләр эшләү иһә егеттең үҙенең күңел талабы.

Мини селтәр яһау оҫтаһы
Мини селтәр яһау оҫтаһы

Мини селтәр яһау оҫтаһы

Күптәрҙең яратҡан шөғөлдәре тора-бара бейеклектәргә күтәрер күпергә әйләнә. Тырышлыҡ, көс һалған һәм күңел ятҡан эштең файҙаһы булмай ҡалмай. Иҙел Хәкимов Әбйәлил  районы Асҡар ауылынан. Егеттең яулаған уңыштарына һоҡланмау мөмкин түгел. Әлеге ваҡытта ул Өфө Дәүләт Авиация Техник Университетында белем ала. Ә башҡорт кейемдәрен тегеү, түшелдерек, хәситәләр эшләү иһә егеттең үҙенең күңел талабы.

– Сәләм, Иҙел! Әйт әле, һин ӨДАТУ-ға  нисек килеп эләктең? Һәм ни өсөн медицина ҡорамалдары инженеры факультетын һайланың?

– Мин тормошомдо медицина менән бәйләрмен тип бәләкәйҙән хыялландым һәм шул уҡ ваҡытта  математика, физика фәндәрен ныҡ яратып уҡыным. Шуға күрә лә медицина ҡорамалдары инженеры факультеты тап минең өсөн, минең хыялдарыма тап килгән профессия буласаҡ тип  уйлап уҡырға керҙем.

– Ә нисек һин этнодизайнер  булып киттең? Бәләкәйҙән кейемдәр тегә инеңме?

– Уҡытыусыларым Айгөл Сабирйән ҡыҙы Шәрәфутдинова һәм Римма Фәйзулла ҡыҙы  Баймырҙина башҡорт мәҙәниәтенә ҙур һөйөү үҫтерҙеләр.  10-сы синыфта уҡығанда Илдар Ғатауллиндың милли кейемдәрен күреп, күҙем ҡыҙҙы ла мин дә булдыра алам,  тип уйлап, беренсе  түшелдерегемде әсәйемә эшләп бүләк иттем.  Уңышлы ғына килеп сыҡты былай.

– Ниндәй этнобиҙәүесте яратып эшләйһең?

– Тамъян ырыуының селтәренен яратып эшләйем , әлеге көндә мин уны мини итеп тә эшләйем, сөнки мини селтәрҙе көндә тағып йөрөүселәр артты һәм ошо мини селтәргә заказдарым да бик күп.

Ҡайҙарҙа еңеү яуланың коллекцияларың менән?

– 2-се курста уҡығанда йәш дизайнерҙарҙың Халыҡ-ара Этномода фестивален күреп, профкомда эшләп йөрөгән Ләйсән Сәфәрғоловаға мин дә ҡатнашҡым килә тигән теләк белдерҙем һәм ғаризаны тултырып та ебәрҙек. Шулай итеп, университет ярҙамында Адыгей Республикаһының Майкоп ҡалаһына конкурсҡа остом. Бында төрлө илдәрҙән килгән бик күп йәш профессиональ дизайнерҙар араһында үҙемдең “Ағиҙел ынйылары”  коллекцияһы менән “Милли костюмдар” номенацияһында еңеү яуланым. Конкурстан һуң этнодизайнер тигән исем алдым. Шулай уҡ 2020 йылда  Рәсәй “Студенты яҙы” фестивалендә, “Мода”йүнәлешендә ҡатнашып, 2-се дәрәжәле лауреат булдым.

– Һинең кеүек дизайнер булырға теләүселәргә бирер кәңәштәрең?

– Кем дә кем минең кеүек дизайнер булам, ти, бер нәмәнән дә ҡурҡырға ярамай тоторға ла эшләргә кәрәк.

– Кумирҙарың бармы?

– Кумирым бөйөк гений – Рәми Ғарипов.

– Буш ваҡытыңды нисек үткәрәһең?

– Буш ваҡытта Татьяна Черниговская тигән ғалимды яратып тыңлайым һәм уҡыйым.

– Рәхмәтеңде кемдәргә әйтер инең?

– Рәхмәтемде иң алдан әсәйем менән атайыма әйтер инем. Бер туғандарыма – йылы һүҙҙәре өсөн. Уҡытыусыларыма халҡыма һөйөүҙе үҫтергәндәре өсөн, ӨДАТУ-ға мадти ярҙамдары өсөн рәхмәт!

– Мәктәптә уҡығанда “Аманат” журналын уҡыныңмы?

– Әсәйем “Аманат” журналына әле лә яҙыла, ҡайтҡан һайын рәхәтләнеп уҡып барам.

– Нисек уйлайһың: балалар үҙҙәренә кемдәрҙе өлгө итеп алырға тейештәр?

– Ул кеше үҙ халҡын яратҡан патриот,ҡыҙыҡһыныусан, күп нәмәлә белгес булырға тейештер, тип уйлайым

– Ихлас әңгәмәң өсөн рәхмәт, Иҙел! Киләсәктә һиңә яңынан-яңы үрҙәр, еңеүҙәр теләйем. Уҡыуыңда, тормошоңда матур булһын!

Сәлимә Ҡаранаева әңгәмәләште.

Мини селтәр яһау оҫтаһы
Мини селтәр яһау оҫтаһы
Мини селтәр яһау оҫтаһы
Мини селтәр яһау оҫтаһы
Автор: Сәлимә ҠАРАНАЕВА
Читайте нас