-23 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
14 Март 2022, 09:27

Еңеүселәр бүләкләнде

11 март көндө Ишембай ҡалаһындағы Ә.Вәлиди исемендәге башҡорт интернат-гимназияһында халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың юбилейы айҡанлы ойошторолған "Китап уҡыусы балалар - китап уҡыусы ата-әсәләр" республика буктрейлерҙар конкурсының еңеүселәре бүләкләнде.

Еңеүселәр бүләкләнде
Еңеүселәр бүләкләнде

Китап уҡыусыларҙы заманса информациялы технологиялар менән ҡулланырға өйрәтеү, йәмғиәттә китап уҡыусы ғаиләләрҙе күбәйтеү, үҫеп килеүсе йәш быуындың күңелендә туған телгә һәм әҙәбиәткә һөйөү тәрбиәләү, уларҙың рухи ҡиммәт икәнен аңлатыу бәйгенең төп маҡсаты булып торҙо. Бында республиканың төрлө мәктәптәренән  V-IX синыф уҡыусылары ҡатнашты.

Эштәр алты номинацияла бүләкләнде:  «Рәми Ғариповтың тел тураһындағы шиғырҙарына буктрейлерҙар», «Рәми Ғариповтың тәржемәләренә буктрейлерҙар»,  «Йәш яҙыусы һәм шағирҙарҙың әҫәрҙәре буйынса буктрейлерҙар», «Тарихи әҙәбиәткә буктрейлерҙар»,  «Рәми Ғариповтың тәбиғәт хаҡындағы әҫәрҙәре буйынса буктрейлерҙар», «Балалар әҙәбиәте буйынса буктрейлерҙар». Бүздәк, Илеш, Баймаҡ, Хәйбулла, Миәкә, Федоровка райондары, Өфө, Стәрлетамаҡ, Ишембай ҡалалары уҡыусылары яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтте. Шуны ла әйтеп үтергә кәрәк, күп бәйгеселәр эштәрендә ғүмере буйы тел һағында торған һәм үҙ принциптарынан тайпылмаған Рәми Ғариповтың ижадына мөрәжәғәт иткән. Шулай уҡ балаларҙың Я. Хамматов, Ғ. Хисамов кеүек башҡорт әҙәбиәте класссиктарының тарихи романдарына ла ҡыҙыҡһыныуҙары ҙур булыуы ҡыуандырҙы. Йәш яҙыусылар араһынан Айгиз Баймөхәмәтовтың ижады айырыуса оҡшай икән уҡыусыларға.

Конкурс еңеүселәренә Башҡортостан Республикаһының Мәғариф һәм фән министрының дипломдары һәм ҡиммәтле бүләктәр тапшырылды. М.Аҡмулла исемендәге БДПУ һәм Яҙыусылар союзы ла айырым номинациялар буйынса махсус бүләктәр әҙерләгәйне. Ә.Вәлиди исемендәге Ишембай башҡорт интернат-гимназияһы етәкселеге лә Ишембай районы башҡорттары Ҡоролтайы исеменән Рәхмәт хаттары тапшырҙы.

Шулай итеп, «Рәми Ғариповтың тел тураһындағы шиғырҙарына буктрейлерҙар» номинацияһында Бүздәк районы Бүздәк ауылының 2-се мәктәбенән VI синыф уҡыусыһы Тимур Әхмәтйәнов, «Балалар әҙәбиәте буйынса буктрейлерҙар» номинацияһында Стәрлетамаҡ ҡалаһы 3-сө лицейының VII синыф уҡыусыһы Нурия Насирова,  «Рәми Ғариповтың тәбиғәт хаҡындағы әҫәрҙәре буйынса буктрейлерҙар» номинацияһында Миәкә районының Ҡырғыҙ-Миәкәләге М.Абдуллин исемендәге 1-се мәктәбенең VII синыф уҡыусылары Гөлнара Саҙиҡова, Алина Дәүләтшина, Ильяс Исмәғилев, «Рәми Ғариповтың тәржемәләренә буктрейлерҙар» номинацияһында Ишембай ҡалаһының 2-се башҡорт гимназия-интернатының X синыф уҡыусыһы Диана Ғарифуллина, «Йәш яҙыусы һәм шағирҙарҙың әҫәрҙәре буйынса буктрейлерҙар» номинацияһында Федоровка районы Федоровка ауылы 1-се мәктәбенең VIII  синыф уҡыусыһы Нуриман Багаев, «Тарихи әҙәбиәткә буктрейлерҙар» номинацияһында Федоровка районы Федоровка ауылы 1-се мәктәбенең VI синыфы уҡыусыһы Морат Ҡолошев еңеүсе булды.

Аҡмулла исемендәге университеттың махсус призына Миәкә районы Ҡаран-Ҡуңҡаҫ мәктәбенең IX синыф уҡыусыһы Азалина Сафиуллина, Илеш районы Үрге Йәркәйҙәге 1-се гимназияның VII  синыф уҡыусыһы Илнар Ғилметдинев лайыҡ булды.

 Башҡортостан Республикаһының Яҙыусылар Союзы призы Баймаҡ районы Аҡморон мәктәбенең VIII  синыф уҡыусыһы Юлиә Ҡаһармановаға һәм Ишембай ҡалаһының Ә.Вәлиди исемендәге  2-се башҡорт интернат-гимназияһының VIII синыф уҡыусылары Индира Вәлиева,  Зәлиә Дауытова, Таһир Ғөбәйҙуллин, Данил Кәримов, Алмаз Фатеевҡа тапшырылды.

Автор:Юлиә Кирәева

Автор: Сәлимә ҠАРАНАЕВА
Читайте нас