+11 °С
Дождь
Еңеүгә - 80 йыл
Яңылыҡтар
16 Марта 2022, 06:11

Ә һеҙ Пушкин картаһын ҡулланаһығыҙмы?

2022 йыл Рәсәй халыҡтарының мәҙәни мираҫы йылы тип иғлан ителде. Бындай ҡарар халыҡ сәнғәтен популярлаштырыу, Рәсәй Федерацияһының барлыҡ халыҡтарының һәм этник берләшмәләренең мәҙәни традицияларын, тарих һәм мәҙәниәт ҡомартҡыларын, этномәҙәни күп төрлөлөгөн һәм үҙенсәлеген һаҡлау маҡсатында ҡабул ителде. Эйе, мәҙәни мираҫыбыҙ бик бай, ул һаҡсыл мөнәсәбәтте, һаҡлауҙы һәм үҫтереүҙе талап итə.Атамалы йылда ,15 март «Пушкин картаһы» менəн, Йөҙимән мәктәбенең VIII һәм IX синыф уҡыусылары Стәрлетамаҡ бейеү театры коллективының сағыу һәм үҙенсәлекле концертын ҡарау бəхетенə ирештек.

Ә һеҙ Пушкин картаһын ҡулланаһығыҙмы?Ә һеҙ Пушкин картаһын ҡулланаһығыҙмы?
Ә һеҙ Пушкин картаһын ҡулланаһығыҙмы?

Стәрлетамаҡ бейеү театры — башҡорт халыҡ хореографияһында сағыу һәм үҙенсәлекле стиле булған коллектив. 1991 йылда Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Хәлил Ишбирҙин ойошторған. Донъяның төрлө ҡитғаларында халҡыбыҙҙың бейеү сәнғәтен таныта, республикабыҙҙы данлай күренекле театр. 2004 йылдан 2014 йылға тиклем Бейеү театрына Башҡортостан Рес-публикаһының халыҡ артисы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Риф Ғәбитов етәкселек итә.
Уларҙың бейеүҙәрендә героик үткәнебеҙҙең сағыу биттәре йәнләнә. «Урал бәйете» композициялары халҡыбыҙҙың матурлығын, көсөн һәм ҡеүәтен данлай. Күп милләтле Башҡортостан халҡының мәҙәниәтен, милли ғөрөф-ғәҙәттәрен, күркәм йолаларын, тарихын пропагандалай. Бейеү театры репертуарында донъя халыҡтары бейеүҙәре менән байытылған.
Стәрлетамаҡ бейеү театрының яңынан-яңы ижади үрҙәре телəп, ялҡынлы бейеүҙәре алда күреү телəге менəн ҡайтыр яҡҡа йүнəлдек.
Йөҙимән мәктәбе уҡытыусыһы Фəнилə Иҙрисова

Автор:Фəнилə Иҙрисова
Читайте нас