
Печеньены иҙәбеҙ ҙә, какао, аҡ май, ҡуйыртылған һөт ҡушып, болғайбыҙ. Килеп сыҡҡан массанан ҙур булмаған сысҡандар эшләп сығабыҙ һәм какаола әүәләйбеҙ. Кипкән йөҙөмдән - морон, кокос ҡырылғыһынан - тештәр һәм күҙҙәр, бәләкәс йомро печеньеларҙан ҡолаҡтар эшләйбеҙ.
Әҙер пирожныйҙарҙы өҫтәлгә ултыртыр алдынан 3-4 сәғәт һыуытҡыста тотоғоҙ.
Ризығығыҙ тәмле булһын!