+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
23 Март 2022, 11:52

ТАМ, ТАМ… ЯРАТАМ! (Уйыны-ысыны бергә)

Яҙҙар етһә, күңел талпына башлай. Тәбиғәт кенә түгел, кешеләр ҙә ҡышҡы йоҡонан уяна. Һәм тап ошо мәлдә бик күптәргә мөхәббәт еле ҡағыла. Кемдер тәүге тапҡыр ғашиҡ була, ә кемдер сираттағы мөхәббәтен таба. Был тәбиғи хәл. Мин үҙем дә, ҡайһы бер кешеләр көҙөн тымау тейҙереп яфаланған кеүек, яҙ килеү менән мөхәббәт сиренә тарып, илереп-тилереп йөрөй торғайным. Беҙ бәләкәй саҡтарҙа: – Там, там, тамсы, там, Тамыуыңды яратам, – тип йырлай инек. Бишенсе синыфта уҡытыусы апайыбыҙ ошо йырҙы ҡыш буйы беҙҙән йырлаттырып, яҙын концерт ҡуйырға әҙерләтте. 8 Март байрамы, йәғни Әсәйҙәр көнө еткәнсе, йырланыҡ та йырланыҡ. Ниһайәт, ул көн килеп етте. Мин инде был ваҡытта 8 Марттың әсәйҙәр һәм апайҙар көнө генә түгел, ҡыҙҙар көнө икәнен дә белә инем. Мәктәптә уҡый башлағас та күҙем төшкән Оло урам ҡыҙының дәфтәре эсенә: “Там, там, тамсы, там... Ә мин һине яратам!” – тигән яҙыу һалып ҡуйҙым. Шулай итеп, серле мөхәббәт юлынан тәүге аҙымымды яһаным.

ТАМ, ТАМ… ЯРАТАМ! (Уйыны-ысыны бергә)
ТАМ, ТАМ… ЯРАТАМ! (Уйыны-ысыны бергә)
ТАМ, ТАМ… ЯРАТАМ! (Уйыны-ысыны бергә)
Яҙҙар етһә, күңел талпына башлай. Тәбиғәт кенә түгел,
кешеләр ҙә ҡышҡы йоҡонан уяна. Һәм тап ошо мәлдә бик
күптәргә мөхәббәт еле ҡағыла. Кемдер тәүге тапҡыр ғашиҡ
була, ә кемдер сираттағы мөхәббәтен таба.
Был тәбиғи хәл. Мин үҙем дә, ҡайһы бер кешеләр көҙөн
тымау тейҙереп яфаланған кеүек, яҙ килеү менән мөхәббәт
сиренә тарып, илереп-тилереп йөрөй торғайным.
Беҙ бәләкәй саҡтарҙа:
– Там, там, тамсы, там,
Тамыуыңды яратам, –
тип йырлай инек. Бишенсе синыфта уҡытыусы апайыбыҙ ошо
йырҙы ҡыш буйы беҙҙән йырлаттырып, яҙын концерт
ҡуйырға әҙерләтте. 8 Март байрамы, йәғни Әсәйҙәр көнө
еткәнсе, йырланыҡ та йырланыҡ.
Ниһайәт, ул көн килеп етте. Мин инде был ваҡытта 8
Марттың әсәйҙәр һәм апайҙар көнө генә түгел, ҡыҙҙар көнө
икәнен дә белә инем. Мәктәптә уҡый башлағас та күҙем
төшкән Оло урам ҡыҙының дәфтәре эсенә:
“Там, там, тамсы, там...
Ә мин һине яратам!” –
тигән яҙыу һалып ҡуйҙым. Шулай итеп, серле мөхәббәт
юлынан тәүге аҙымымды яһаным.
Ләкин Оло урам ҡыҙы минең бәләкәй мөхәббәтемде
аңламаны — асыуланып, яҙыуымды бөгәрләп ырғытты.
Шулай ҙа мин, ҡайһы бер ебек егеттәр кеүек, танау
һәлендереп ултырманым, һикәлтәле мөхәббәт юлынан алға
ҡыйыу атланым. Һәм ун өс йәшемдә шундай “етди” шиғыр
яҙып ташланым:
Яҙҙарҙың һәр ҡайһыһы ла
Мөхәббәт алып килә.
Яңы мөхәббәтте көтөп,
Йөрәк ашҡынып тибә.
Ә инде ун биш йәшкә еткәс, ҡышҡы бер кистә һөйгәнемә
хистәремде былай тип аңлаттым:
– Күктән ҡар ҡойолмай, йәнем,
Тор һин белеп.
Мин бит һиңә ынйы һибәм,
Айға менеп...
Бер нисә тиҫтә йыл үткәс, әлеге шиғыр юлдарын Одессала
йәшәгән билдәле совет шағиры Анатолий Яни урыҫ теленә
ауҙарҙы. Йәнә бер нисә тиҫтә йылдан һуң шиғыр инглиз һәм
башҡа сит телдәргә тәржемә ителеп, күп кенә баҫмаларҙа,
йыйынтыҡтарҙа донъя күрҙе. Р. Нуреев исемендәге Башкорт
хореография колледжында уҡыусы япон ҡыҙҙары бер ижад
кисәмдә был шиғырҙы матур итеп үҙҙәренең туған телендә
һөйләне.
Быйыл уны Көнсығыштың талантлы йәш шағиры Тянь Юй
( 田 田 ) ҡытай теленә ауҙарып, Филиппиндағы халыҡ-ара
шиғриәт бәйгеһенә тәҡдим иткән. Шуныһы ҡыҙыҡ, ун биш
йәштә яҙылған был “йөрөмсәк” шиғыр өсөн онлайн 
режимында үткән гала-фестивалдең мәртәбәле жюрийы
авторға “Шәп шағир ” тигән маҡтаулы исем дә биреп ҡуйҙы.
Бына шулай. Мөхәббәт ул тылсымлы көскә эйә, ғүмер буйы
уның файҙаһы тейә. Мөхәббәтле кеше булып йәшәгеҙ,
егеттәр!
ҺҮРӘТТӘ: Мар. Сәлим Өфөлә уҡыған япон ҡыҙҙары менән.
2017
ТАМ, ТАМ… ЯРАТАМ! (Уйыны-ысыны бергә)
ТАМ, ТАМ… ЯРАТАМ! (Уйыны-ысыны бергә)
Автор:Марсель СӘЛИМОВ, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы, “Аманаттың” мәңге йәш хәбәрсеһе
Читайте нас: