+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
30 Март 2022, 13:38

Яңғыҙ аҡҡош...

Яңыраҡ ҡына Башҡортостанға аҡҡоштарҙың күпләп ҡайтыуы тураһында хәбәр иткәйнек инде. Тыуған яғына табан оҙаҡ осоуҙан хәлһеҙләнеп, өйөрөнән тороп ҡалған аҡҡошто...

Яңғыҙ аҡҡош...
Яңғыҙ аҡҡош...

Йылайырҙың район үҙәгендә, оҙаҡ осоуҙан хәлһеҙләнгән аҡҡошто табып алалар. Ул үҙенең өйөрөнән тороп ҡалған. Битараф булмаған кешеләр ярҙамында, аҡҡош әлеге мәлдә райондың ветеринария станцияһында. Ҡошто туҡландырғандар, табиптар ҡараған, йылы урынға урынлаштырғандар. Йәрәхәте юҡ. Осорлоҡ хәле булып, хәл йыйғас та уны иреккә сығарасаҡтар, тип хәбәр итә Йылайыр ветеринария хеҙмәте. 

Үҙенең өйөрөн табып, йәйҙе ҡыуанып ҡаршылаһа ине аҡҡошҡай, тигән теләктә ҡалабыҙ.

Яңғыҙ аҡҡош...
Яңғыҙ аҡҡош...
Автор:ЗӨБӘРЖӘТ ЯҠУПОВА
Читайте нас: