+18 °С
Ясно
Яңылыҡтар
31 Марта 2022, 05:30

Быйыл Өфөлә Миңлеғәле Шайморатовҡа һәйкәл асыласаҡ

Өфөлә 112-се Башҡорт атлы дивизияһы командиры, генерал-майор Миңлеғәле Шайморатовтың һәйкәлен асыу 2022 йылдың иң күркәм сараһы булырға тейеш. Был турала Башҡортостан башлығы Совет майҙанын төҙөкләндереү эштәре менән танышыу барышында белдерҙе.

Добавить в предпочтительные источники Google
Быйыл Өфөлә Миңлеғәле Шайморатовҡа һәйкәл асыласаҡБыйыл Өфөлә Миңлеғәле Шайморатовҡа һәйкәл асыласаҡ
Быйыл Өфөлә Миңлеғәле Шайморатовҡа һәйкәл асыласаҡ

Майҙанда 112-се Башҡорт атлы дивизияһы командиры, генерал-майор Миңлеғәле Минһаж улы Шайморатов иҫтәлегенә һәйкәл нигеҙен әҙерләнә. Радий Хәбировтың башланғысы менән легендар командирҙың бронза һыны тирәләй коллоналар ҡуйыу ҡарала.

Тәҡдимдәрҙе иҫәпкә алып Совет майҙаны биләмәһен төҙөкләндереү проектына төҙәтмәләр индерелде. Әле колонналарға нигеҙ һалынған. 9 майҙа иҫтәлекле урынды тәртипкә килтереп, тантаналы саралар планлаштырыла.

Автор:Сәлимә ҠАРАНАЕВА
Читайте нас