+29 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
4 Апрель 2022, 11:14

“Студенттар стартапы”

“Студенттар стартапы” – Мәғариф һәм фән министрлығы Инновацияларға булышлыҡ итеү фонды менән берлектә ойошторған конкурс шулай атала. Унда бакалавриат, специалитет, магистратура һәм аспирантура программалары буйынса уҡыған студенттар ҡатнаша ала. һәр береһенә үҙ проектын үҫтереүгә бер миллион һум.  

“Студенттар стартапы”
“Студенттар стартапы”

Яңы конкурсҡа проекттар ете тематик йүнәлеш буйынса ҡабул ителә: һанлы технологиялар, медицина һәм һаулыҡ һаҡлау технологиялары, химия технологиялары һәм яңы материалдар, яңы приборҙар һәм интеллектуаль етештереү технологиялары, биотехнологиялар, ресурстарҙы һаҡлаусы энергетика һәм креатив индустриялар.

Конкурс башлыса федераль бюджеттан финанслана, шуға күрә еңеүселәргә (улар 1000 буласаҡ) аҡсалата ярҙам күрһәтеләсәк – һәр береһенә үҙ проектын үҫтереүгә бер миллион һум.

Ғаризалар 2022 йылдың 11 апреленә иртәнге сәғәт 10-ға тиклем ҡабул ителә. Заявка биреү өсөн һылтанма буйынса үтергә кәрәк: https://fasie.ru/studstartup/

Автор:Сәлимә ҠАРАНАЕВА
Читайте нас: