+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
8 Апрель 2022, 15:39

БДУ-ла - яңы ректор

Рәсәй Федерацияһы Мәғариф һәм фән министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, Башҡорт дәүләт университетының ректоры вазифаһын башҡарыусы итеп Вадим Захаров тәғәйенләнгән.  

БДУ-ла - яңы ректор
БДУ-ла - яңы ректор

Вадим Захаров 1975 йылда Күгәрсен районы Семено-Петровсое ауылында тыуған. БДУ-ның химия факультетын ҡыҙыл дипломға тамамлаған. 2004 йылда докторлыҡ диссертацияһын яҡлаған. Вадим Захаров үҙе белем алған юғары уҡыу йортонда быға тиклем дә проректор вазифаһында эшләгән булған. 2021 йылдан ул  Рәсәй Фәндәр академияһының Өфө федераль тикшеренеү үҙәген етәкләй ине.

сығанаҡ: башинформ

 

Автор:Сәлимә ҠАРАНАЕВА
Читайте нас: