+14 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
8 Апрель 2022, 15:59

Печенье бешерәйек

Кәрәк буласаҡ: 250 гр. аҡ май (туң булмаһын)0,5 стакан шәкәр ҡомо1/3 стакан үҫемлек майы4 аш ҡалағы крахмал3,5 стакан онбер семтеп ванилин

Печенье бешерәйек
Печенье бешерәйек

Һауытҡа өй температураһындағы аҡ май, шәкәр ҡомон, үҫемлек майын һалабыҙ. Барыһын бергә яҡшылап туҡыйбыҙ. Крахмал өҫтәйбеҙ, йәнә туҡыйбыҙ. Бер стакан он өҫтәйбеҙ, ҡалаҡ менән болғатабыҙ.

Өҫтәлгә 1 стакан он һалабыҙ һәм өҫтөнә ҡамырҙы ауҙарабыҙ. Йәнә ҡалған ярты стакан ондо өҫтөнә ҡоябыҙ һәм матурлап баҫабыҙ. Ҡамырҙы өскә бүләбеҙ. Һәр береһен колбаса кеүек йәйәбеҙ. Бысаҡ менән ҡырҡҡылап сығабыҙ һәм противенға һалып, 150 градус эҫелектә бешереп алабыҙ.

Өҫтәлегеҙ йәмле, ашығыҙ тәмле булһын!

Печенье бешерәйек
Печенье бешерәйек
Автор:Сәлимә ҠАРАНАЕВА
Читайте нас: