+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
12 Апрель 2022, 09:42

Республикала Милли кейем көнө үтәсәк

#МиллиКейемКөнө2022, #ДеньНациональногоКостюма2022. Республикала Милли кейем көнө уңайынан байтаҡ саралар планлаштырылған. Мәҫәлән, “Тамға” башҡорт милли кейеме оҫталары халыҡ-ара конкурсындағы иң яҡшы өлгөләр күргәҙмәһе ойошторола.

Республикала Милли кейем көнө үтәсәк
Республикала Милли кейем көнө үтәсәк

“Халыҡтың сигелгән тарихы” тип аталған экспозицияла республикала йәшәгән милләт вәкилдәренең таҫтамалдарын күрергә мөмкин. Өфөлә милли костюм үҙенсәлектәренә арналған түңәрәк өҫтәл була. 16 апрелдә “Арт-КВАДРАТ”та милли кейемдәр күрһәтелә, еңел сәнәғәт тауарҙары йәрминкәһе, оҫталыҡ дәрестәре уҙа. Милли кейем көнө апрелдең өсөнсө  йомаһында  билдәләнә.

Автор:Сәлимә ҠАРАНАЕВА
Читайте нас: