+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
14 Апрель 2022, 23:03

“Аманат” журналы – Иҫке Бәпес мәктәбендә ҡунаҡта

#МиллиКейемКөнө2022, #ДеньНациональногоКостюма2022. “Аманат” журналына тотош мәктәп менән яҙылыусы Ҡырмыҫҡалы районының Иҫке Бәпес мәктәбе “Аманат”лы дискотека отто!

“Аманат” журналы – Иҫке Бәпес мәктәбендә ҡунаҡта
“Аманат” журналы – Иҫке Бәпес мәктәбендә ҡунаҡта

“Аманат” журналына тотош мәктәп менән яҙылыусы Ҡырмыҫҡалы районының Иҫке Бәпес мәктәбе “Аманат”лы дискотека отто!

Башҡортостанда матур сараға әйләнгән милли кейем көнө уңайынан, редакция  хеҙмәткәрҙәре Рәзил Бикбулатов, Зөбәржәт Яҡупова, Сәлимә Ҡыуатова Иҫке Бәпес мәктәбе уҡыусылары менән осрашты.

Алдан һөйләшелгәнсә, мәктәптә “Аманат”лы дискотека үткәреү –  республикала билдәләнгән милли кейем көнөнә бағышланды.

Байрамды ауыл клубының “Бөрлөгән ” фольклор һәм дә ҡурайсылар төркөмдәре тантаналы асып ебәрҙе. Улар ҙа балаларға көтөлмәгән йырлы-моңло бүләк алып килгән. Милли кейемдәге зал йәмләп йөрөүсе апай-ағайҙарҙы күреү – уҡыусылар, килгән ҡунаҡтар өсөн байрам кәйефе, күңелдәргә икеләтә шатлыҡ тойғоһо өҫтәне. Уҡыусылар, уҡытыусылар үҙҙәре лә милли биҙәкле кейемдәр кейеп, мәктәп формаһына милли һыҙаттар биреп, һаҡал, сәсүрместәр тағып килгән.

Мәктәптең китапхана мөдире Гөлнур Мирғәли ҡыҙы Шәймәрҙәнова башҡорт халҡының милли кейемдәре, ҡатын–ҡыҙ биҙәүестәре хаҡында бик ҡыҙыҡлы мәғлүмәт бирҙе. Ошонда уҡ милли кейемдәрҙе демонстрациялау булды.

“Аманат”тың яҡын дуҫы, йырсы, ҡурайсы, Халыҡ-ара конкурстар лауреаты, Рифат Йәмлихин халҡыбыҙҙың көйҙәрен моңло ҡурайға һалып, дәртле йырҙарын тамашасыларына мул өләште. Республикаға киң билдәле артистың сығышынан илһам алып, “Аманат”лы дискотекала балалар ҙа, өлкәндәр ҙә бейеп, йырлап, күңел асты. Мауыҡтырғыс уйындарҙа әүҙем ҡатнашып,  журналдың иҫтәлекле бүләктәрен алып ҡыуанды.

Шулай итеп, “Аманат”лы дискотека ҙур байрам-тамашаға әүерелде.

Бөтөн мәктәп менән “Аманат”ҡа яҙылып, үҙҙәренә “Аманат”лы дискотека отоусы Иҫке Бәпес мәктәбенә уңыштар, яҡты киләсәк теләйбеҙ!

Автор:ЗӨБӘРЖӘТ ЯҠУПОВА
Читайте нас: