+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
23 Май 2022, 12:35

Өфөлә Рәсәй уҡыусыларының XI йәйге Спартакиадаһы үтәсәк

2 июндә «Өфө-Арена» боҙ һарайында Рәсәй уҡыусыларының XI йәйге Спартакиадаһын асыу тантанаһы була.

Башҡортостан Республикаһы Спорт министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, абруйлы ҡунаҡтарҙың, шул иҫәптән Рәсәй Федерацияһының спорт министры Олег Матыциндың, Дәүләт Думаһының физик культура һәм спорт комитеты рәйесе Дмитрий Свищевтың, Рәсәйҙең Олимпия комитеты президенты Станислав Поздняковтың килеүе көтөлә.

Тантананы билдәле спорт журналисы Дмитрий Губерниев алып бара.

Спартакиада программаһына индерелгән 47 спорт төрө буйынса спортсыларҙың тантаналы парадын уҙғарыу һәм төҙөлә башлаған Көрәш үҙәге менән рәсми таныштырыу планлаштырыла.

Быйыл Рәсәй уҡыусыларының XI йәйге Спартакиадаһы 25 майҙан 11 сентябргә тиклем бара. Ярыштарҙа 494 комплект миҙал уйнатыла.

Автор:Сәлимә ҠАРАНАЕВА
Читайте нас: