

«Рәсәй балалар хәрәкәтенең иң яҡшы командаһы», «Мәктәптең шефы», «Ижади оҫтахана» исемле Бөтә Рәсәй проекттарының финалы уҙҙы. Фестиваль майҙансығында уҡыусылар күрергә теләгән киләсәк мәктәбе күрһәтелде. Унда сағыу коворкинг зоналары, медиастудия, мәктәп театры, физика-техник кабинеты, шоу-рум, хатта буфет бар.
Һәр ҡатнашыусы ижади оҫталыҡ дәрестәрендә ҡатнашып хатта робот менән шахмат уйнарға ла өлгөрҙө.