+3 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
26 Май 2022, 16:19

Бер юлы өс фәндән имтихан

БДИ-ның тәүге көнөндә республикала 4400-ҙән ашыу уҡыусы географиянан, химиянан һәм әҙәбиәттән имтихан тапшыра

Бер юлы өс фәндән имтихан
Бер юлы өс фәндән имтихан

Башҡортостан Мәғариф һәм фән министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, 4,4 меңдән ашыу уҡыусы ошо өс фәндән имтихан тапшырырға йыйына. Сығарылыш уҡыусыларының күбеһе химияны һайлаған — 3 041 кеше, әҙәбиәттән — 949 кеше, географиянан —  493 кеше.

Әҙәбиәттән Берҙәм дәүләт имтиханына 3 сәғәт 55 минут ваҡыт бирелә. Химияға — 3,5, географияға теүәл 3 сәғәт.

«2022 йылда дәүләт йомғаҡлау аттестацияһынү ковидҡа тиклемге ваҡыттағы кеүек ойошторола. Аттестат алыу өсөн ун беренселәр рус теленән һәм математиканан имтихан тапшыра (юғары уҡыу йортона уҡырға инергә йыйынмаһа ла).

Дәүләт йомғаҡлау аттестацияһының төп осоро – 26 майҙан 2 июлгә тиклем. Быйыл имтихандарҙа 17 545 ун беренсе класс уҡыусыһы ҡатнашырға йыйына. Берҙәм дәүләт имтиханында ҡатнашыусылар араһында иң популяр фәндәр: профилле математика — 52,8%, йәмғиәтте өйрәнеү — 37,3%. Информатика һәм ИКТ, биология, физика, химия, тарихҡа ла ҡыҙыҡһыныу юғары», — тип белдерҙеләр республика Мәғариф министрлығында.

Ун беренселәрҙең киләһе имтихандары 30, 31 майҙа була. Был көндәрҙә сығарылыш уҡыусылары рус теленән имтихан бирә. Ә 2 июндә — профилле математика, 3 июндә — база кимәлендәге математика, 6 июндә — тарихтү һәм физика, 9 июндә — йәмғиәтте өйрәнеү, 14 июндә сит телдәр һәм биология. 16 -17 июндә — сит телдәрҙән тағы бер һынау («Һөйләшеү» бүлеге), 20- 21 июндә — информатика.

сығанаҡ: Башинформ

Автор:Сәлимә ҠАРАНАЕВА
Читайте нас: