+13 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
15 Август 2022, 15:27

Һөйөнсө! “Аманат”тың август һаны донъя күрҙе!

Сәләм, дуҫтар! Шунан, йәйге ялығыҙ нисек үтә? Күңеллеме? Мәктәпте, уҡытыусыларығыҙҙы, синыфташтарығыҙҙы һағынғанһығыҙҙыр инде? Яратҡан “Аманат”ығыҙҙың 8-се һанын да түҙемһеҙлек менән көтәһегеҙҙер?

Һөйөнсө! “Аманат”тың август һаны донъя күрҙе!
Һөйөнсө! “Аманат”тың август һаны донъя күрҙе!

Журналдың был һаны ла үҙенең ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәре, сағыу һүрәттәре менән ошо көндәрҙә почта йәшниктәрегеҙгә килеп ятыр. Әлегә “Аманат”тың 8-се һанына байҡау яһай торайыҡ.

 

Олимпия резервының ат спорты мәктәбендә конкур менән шөғөлләнеүсе һыбайлы ҡыҙҙың фотоһүрәте журналыбыҙҙың тышын биҙәй. Аттарҙы яратыусы ҡыҙ үҙе ҡайһы тарафтан һуң? Ә башҡорт аттары нисек барлыҡҡа килгән? Былар тураһында журналдан уҡып белерһегеҙ.

Йыл буйы барған шиғырҙар, әкиәттәр КОНКУРСына килгән балалар ижады “Аманат”ыбыҙҙың эстәлеген тағы ла байытып ебәрҙе.

Бына һеҙгә яңылыҡ! Баймаҡ районының Өмөтбай ауылы егеттәре картуфты утап, күмеп ҡуя торған һабан уйлап тапҡан. Һабан менән эшләүе еңел түгел шул! Хәлдән тайып, йыш ҡына уфылдарға ла тура килә! Шуға һабанға исемде – “Уф, Аллам!” тип ҡушҡандар. Йәйге каникулда аҡса эшләүсе уңған егеттәр тураһындағы мәҡәлә ҡыҙыҡлы булыр.

Кем ул Зәйнәр? Зөһрә Бәшәрованың мажаралы хикәйәһен уҡып, геройҙар менән бергә бала саҡ илендә ҡайнарһығыҙ.

 “Аманат”та сыҡҡан йондоҙҙар, йырсылар тураһында уҡып, һоҡланып, уларға оҡшарға тырышып үҫкән егет – хәҙер үҙе һәләтле йырсы. Илнар Ғәниев тураһында әңгәмәне бер тынала уҡып сығырһығыҙ.

Икәү генә белер серҙәр илендә Айназ менән Гөлназдың мөхәббәт уҡтары атылыуына ла шаһит булырһығыҙ.

Һүрәттәр, фотоһүрәттәр конкурстары был юлы кемдәрҙең эштәрен тәҡдим итә икән?..

Оҙон һүҙҙең ҡыҫҡаһы: ошонда күҙәтеүҙе туҡтатып торайыҡ.

Дуҫтар! Шәп яңылыҡ белдерәбеҙ! Августың 31-нә тиклем 2023 йылдың беренсе яртыһына “Аманат”ҡа осһоҙ хаҡҡа яҙылып була.  (Онлайн яҙылыу өсөн һылтанма: https://podpiska.pochta.ru/press/П2706)

 

Бала саҡтың иң күңелле ҡояшлы, еләкле, сәскәле мәлдәре һәм дә “Аманат”ығыҙ һәр ваҡыт һеҙҙең янда булһын!

 

Һөйөнсө! “Аманат”тың август һаны донъя күрҙе!
Һөйөнсө! “Аманат”тың август һаны донъя күрҙе!
Автор:ЗӨБӘРЖӘТ ЯҠУПОВА
Читайте нас: