+2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
16 Август 2022, 09:38

Ҡаҙағстанда - башҡорт "Йыйын"ы

Байрамда традицион ярыштар, халыҡ уйындары ойошторолған. Көрәштә еңеүсегә төп бүләк – һарыҡ тапшырылған. Урындағы халыҡ шулай уҡ Башҡортостанда етештерелгән продукция менән танышҡан, башҡорт балы, шифалы үләндәр һәм башҡа тауарҙар һатып алған.

Ҡаҙағстанда - башҡорт "Йыйын"ы
Ҡаҙағстанда - башҡорт "Йыйын"ы

Ошо көндәрҙә Ҡаҙағстандың Ҡустанай ҡалаһында беренсе тапҡыр «Йыйын» башҡорт байрамы ойошторолған.

Ҙур сараны «Башҡортостан Республикаһының Конгресс-бюроһы» ойошмаһының Ҡаҙағстан Республикаһындағы вәкиллеге ярҙамында «Азатлыҡ» башҡорт этномәҙәни берләшмәһе ойошторған. Йыйын  - башҡорт халҡының борон-борондан килгән байрамы, уның алдынан аҡһаҡалдар, ырыу вәкилдәре ҡор йыйыр булған.

Ҡаҙағстандағы сарала шул төбәктә йәшәгән милләттәштәребеҙ, бихисап ҡунаҡтар ҡатнашҡан.

– Ағымдағы йылдың тәүге ярты йыллыҡ йомғаҡтары буйынса Ҡаҙағстан Башҡортостандың сауҙа партнерҙары араһында тәүге унау иҫәбендә ҡала. Министрлыҡтың сит илдәрҙәге аппаратының эшмәкәрлеге халыҡ-ара хеҙмәттәшлекте, тышҡы иҡтисади бәйләнештәрҙе көсәйтеүгә, халыҡ-ара гуманитар хеҙмәттәшлекте үҫтереүгә, сит илдәрҙә башҡорт мәҙәниәтен һаҡлауға һәм популярлаштырыуға булышлыҡ итеүгә, вәкил ебәрелгән илдә Башҡортостанды танытыу өҫтөндә эшләүгә йүнәлтелгән, – тине Башҡортостандың тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министры Маргарита Болычева.

Ҡустанайҙа Сибай ҡалаһы филармонияһы артистары сығыш яһаған. Байрам ҡунаҡтары өсөн улар башҡорт халыҡ һәм заманса «Шәл бәйләнем», «Тыуған яҡ», «Халҡыма» һәм башҡа йырҙарҙы, шулай уҡ боронғо һәм заманса бейеүҙәрҙе алып килгән. Сара сиктәрендә спорт һәм традицион ярыштар, халыҡ уйындары ойошторолған. Көрәштә еңеүсегә төп бүләк – һарыҡ тапшырылған. Байрам ҡунаҡтары алдында үҙешмәкәр йырсылар, бейеүселәр һәм инструменталистар сығыш яһаған.

Урындағы халыҡ шулай уҡ Башҡортостанда етештерелгән продукция менән танышҡан, башҡорт балы, шифалы үләндәр һәм башҡа тауарҙар һатып алған.

– Ҡустанайҙа бынан һуң “Йыйын” байрамын йыл һайын уҙғарырҙар тип өмөтләнәм. 28 августа Нур-Солтанда сараны өсөнсө тапҡыр үткәреү планлаштырыла, – ти Нур-Солтан ҡалаһында «Офис-төркөм» Башҡортостан Республикаһы Конгресс-бюроһы» ойошмаһы вәкиллеге етәксеһе Урал Аҙнабаев. 

Мәғлүм булыуынса, былтыр 29 сентябрҙә Ҡаҙағстандың Нур-Солтан ҡалаһында «Офис-төркөм» Башҡортостан Республикаһы Конгресс-бюроһы» автономиялы коммерцияға ҡарамаған ойошмаһының вәкиллеге эшләй башлағайны.

Фото: “Азатлыҡ” башҡорт этномәҙәни берләшмәһе.

"Башҡортостан" гәзитенән.

Ҡаҙағстанда - башҡорт "Йыйын"ы
Ҡаҙағстанда - башҡорт "Йыйын"ы
Ҡаҙағстанда - башҡорт "Йыйын"ы
Ҡаҙағстанда - башҡорт "Йыйын"ы
Автор:Башҡортостан
Читайте нас: