+6 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
16 Август 2022, 09:51

Гимназия Рәшит Назаров исемен йөрөтәсәк

Талбазы башҡорт гимназияһына бөйөк шағир Рәшит Назаров исеме биреләИжадсының исемен мәңгеләштереү башланғысын Ауырғазы халҡы тәҡдим итә. Районда йәшәүселәрҙең мөрәжәғәтен Хөкүмәткә Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары Рөстәм Ишмөхәмәтов индерҙе.

Гимназия Рәшит Назаров исемен йөрөтәсәк
Гимназия Рәшит Назаров исемен йөрөтәсәк

Ауырғазылар талантлы яҡташтарының   исемен мәңгеләштереү башланғысы менән сығыш яһағайны. БР  Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай  депутаты Рөстәм Ишмөхәмәтов Башҡортостан Хөкүмәтенә халыҡ исеменән шундай мөрәжәғәт индерҙе. Бөгөн   ул социаль селтәрҙә ҡыуаныслы яңылығы менән уртаҡлашты.

«Башҡортостан Республикаһы Башлығы ҡарамағындағы республика үҫешенә тос өлөш индергән күренекле эшмәкәрҙәрҙе хөрмәтләү һәм уларҙың хәтерен мәңгеләштереү мәсьәләләре буйынса комиссия ыңғай ҡарар ҡабул итте.

Ошо мәсьәлә ыңғай хәл ителһен өсөн янып-көйгәндәрҙең барыһын да ихлас ҡотлайым! Ғәҙел һәм мөһим ҡарар. Айырыуса Мәҙәни мираҫ йылында», –  тип яҙҙы Р.Ишмөхәмәтов.

Уҡыу йортона бөйөк шағир Рәшит Назаровтың исеме бирелеүе менән Талбазы Башҡорт гимназияһының уҡытыусылар коллективын, уҡыусыларҙы ҡайнар ҡотлайбыҙ! 

Гимназия Рәшит Назаров исемен йөрөтәсәк
Гимназия Рәшит Назаров исемен йөрөтәсәк
Автор:Аманат
Читайте нас: