+26 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
26 Август 2022, 11:52

Баймаҡта 700 йәшлек ҡарағас үҫә!

Уға һыйынған кеше яңы көс, йәшәүгә дәрт, энергия ала! Тик уға барыу юлы ҡатмарлы...

Баймаҡта 700 йәшлек ҡарағас үҫә!
Баймаҡта 700 йәшлек ҡарағас үҫә!

Башҡортостанда 700 йәшлек ҡарағас үҫә Баймаҡ районы башлығы 700 йыллыҡ тарихы булған ҡарағас тураһында һөйләне. Ғалимдар уның йәшен олонона һәм ботаҡтарына ҡарап билдәләгән.

«Ҡарағас — быуаттар алмашыныуының шаһиты! Бетерә ауылында иҫ киткес ағас үҫә. Был ҡарағас ябай түгел, күп быуаттар буйына йәшәгән ғәйәт ҙур ағас ул.

Уға һыйынып, рәхәтләнеп, ҡәнәғәтлек тойғоһо кисерәһең, энергияһы менән дәртләнеп, яңы көс алаһың. Был ағасҡа маршрут бик ҡатмарлы — юлһыҙлыҡ, төпкөл», — тип тәьҫораттары менән уртаҡлаша Фәнис Әминев.

https://www.bashinform.ru

Баймаҡта 700 йәшлек ҡарағас үҫә!
Баймаҡта 700 йәшлек ҡарағас үҫә!
Автор:ЗӨБӘРЖӘТ ЯҠУПОВА
Читайте нас: