+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
26 Август 2022, 11:34

Өфөлә "Һөт иле" байрамы уҙа

Салауат Юлаев һәйкәле янында Рәсәйҙәге иң ҙур һөт байрамы «Һөт иле» уҙғарыла, тип хәбәр итә БР  Ауыл хужалығы министрлығының мәғлүмәт хеҙмәте.

Өфөлә "Һөт иле" байрамы уҙа
Өфөлә "Һөт иле" байрамы уҙа

Унынсы тапҡыр уҙғарылыусы фестиваль 27 августа Өфөлә Салауат Юлаев һәйкәле эргәһендәге майҙанда ойошторола. Традиция буйынса, өфөләрҙе һәм байрам ҡунаҡтарын «Рәсәй һөтө» компаниялар төркөмөнөң «Тәүге тәм» сауҙы маркаһынан сәләмләүсе бер стакан һөт менән ҡаршылаясаҡтар.

Фестивалдә аттракциондар, спорт майҙансыҡтары, фудкорт зонаһы, һөт йәрминкәһе, ферма, балалар өсөн оҫталыҡ дәрестәре эшләйәсәк. Концерт программаһы ла ойошторола, билдәле кешеләрҙән көтөлмәгән бүләктәр ҙә була һ.б.

Форумдың эшлекле өлөшө лә ҡаралған. Фестивалдә ҡатнашыусылар хәҙерге шарттарҙа һөт баҙары проблемалары буйынса фекер алышасаҡ.

Өфөлә "Һөт иле" байрамы уҙа
Өфөлә "Һөт иле" байрамы уҙа
Автор:ЗӨБӘРЖӘТ ЯҠУПОВА
Теги:үтәиле
Читайте нас: