1 сентябрҙә законлы рәүештә ял көнө алыуҙың бер нисә ысулы бар.
Иң ябай ысул: 1 сентябрҙе лә индереп, йыллыҡ отпускыны рәсмиләштереү. Йәки үҙ иҫәбеңә түләүһеҙ бер көн алыу.
Шулай уҡ, әгәр ҙә хеҙмәткәр донор булһа, үҙенсәлекле хеҙмәт шарттарында эшләһә, өҫтәмә отпуск алыуға хоҡуғы бар. Был көндө, кәрәкһә, 1 сентябргә рәсмиләштерергә була.
Бынан тыш, нормаға тура килмәй торған эш көнө, йәки өҫтәмә эшләгән осраҡта, хеҙмәткәр үҙенә кәрәк булған теләһә ҡайһы көндө ял көнө итеп ала ала.