Ҡомалаҡтың иң файҙалы өлөшө - сәскәһе. Борондан уҡ уны Тибет медицинаһында яман шеш ауырыуҙарына ҡаршы ҡулланғандар. Үҫемлекте август аҙағында – сентябрь башында йыялар.
Халыҡ медицинаһында шулай уҡ ҡомалаҡ тубырсыҡтары киң файҙаланыла. Уны элек-электән нервылар системаһы ҡаҡшағанда, невроздан, йоҡоһоҙлоҡтан, гастрит, бәүел юлы, бөйөр сирҙәренән, шулай уҡ йөрәк-ҡан тамырҙары системаһын нығытыу өсөн ҡулланалар. Баш ауырыуҙары йонсотҡанда, үпкә туберкулезы булғанда, матдәләр алмашыныуы боҙолғанда, киҙеү мәлендә лә файҙалы. Йоҡоһоҙлоҡ яфалағанда ҡомалаҡтан мендәр эшләйҙәр. Был шулай уҡ баш ауыртыуын баҫа.
Ҡан тамырҙары киңәйгәндә. Ике ҡалаҡ ҡомалаҡ тубырсығын 0,5 литр ҡайнар һыуға һалып, һыу быуында 15 минут тоторға, унан һуң 30-40 минут төнәтергә. Көнөнә өс тапҡыр ашарҙан ярты сәғәт алда ярты стакан эсергә.
Астения, климакс, цистит. Ике балғалаҡ үләнгә (яңы тубырсыҡтар булһа, тағы ла яҡшыраҡ) бер стакан һыу ҡойоп, 30-40 минут йылы урынға төнәтергә ҡуйырға. Көнөнә өс тапҡыр ашарҙан ярты сәғәт алда 1/3 стакан эсергә.
Аллергия. Бер ҡалаҡ тубырсыҡҡа бер стакан һыу ҡойоп, ҡайнар һыу быуында 15 минут тоторға. Һыуытырға, һөҙөргә. Көнөнә өс тапҡыр ашар алдынан стакандың 4/1 өлөшөн эсергә. Шул уҡ төнәтмәне тәндең сабыртып сыҡҡан ерҙәренә һөртөргә була.
Холецистит. Ике ҡалаҡ тубырсыҡҡа стакан ярым ҡайнар һыу ҡойорға, ҡапҡас менән ябырға һәм өс сәғәт төнәтергә. Көнөнә дүрт тапҡыр берәр стакан эсергә.
Ашҡаҙан, бауыр яман шеше. Бешеп етмәгән бер ҡалаҡ тубырсыҡҡа бер стакан ҡайнар һыу ҡойорға, һүрән утта бешекләргә. Көнөнә өс тапҡыр ашар алдынан бер ҡалаҡ ҡабул итергә.
Бауыр һәм башҡа локализациялы яман шештәр. Бер ҡалаҡ ҡомалаҡ сәскәһен бер стакан ҡайнар һыуға һалып бер минут ҡайнатырға, ике сәғәт төнәтергә, һөҙөргә. Көнөнә өс тапҡыр ашар алдынан 50-60 мл ҡабул итергә.
Шулай ҙа файҙаланыу алдынан табип менән кәңәшләшергә онотмағыҙ!
Ҡомалаҡтан әсетке лә яһайыҡ
Икмәк бешереү өсөн әсеткене нисек эшләргә һуң?
Ҡомалаҡты август аҙағы, сентябрь баштарында һабағы менән алабыҙ. Ваҡлап киптереп, тоҡҡа тултырып, ҡоро урынға элеп ҡуябыҙ. Сөпрә (әсетке) яһау өсөн ике литр һыуға мул итеп ике ус ҡомалаҡ һалаһың да талғын ғына утта ярты сәғәткә яҡын ҡайнатаһың. Шунан ҡомалаҡ һыуын иләк аша һөҙөп, шул ҡайнар һыуға бер нисә ҡалаҡ он ҡушып болғатаһың. Ныҡ ҡуйы ла түгел, шыйыҡ та булмаһын – уртаса. Төйөрлө булмаһын өсөн ныҡ ҡына туғып алаһың. Һыуынғас, әсетке ҡушып, йылымыс урынға ҡуяһың.
Яңы һауған һөт йылылығына еткәс, “икмәк башы” һалаһың. Баш – ул алдан әҙерләп ҡуйылған әсетке, тәү башлағанда магазиндыҡы ла ярай. Артабан йылы урынға ултыртып әсетәһең. 10-12 сәғәттән сөпрә әҙер була. Өлгөргәнлеге күренеп тора: ажғырып әсеп ултырғандан һуң, яйлап шиңә башлай. Саҡ ҡына тоҙ һалып бешерһәң, сөпрә тиҙ иҫкермәй, артылып ташып та ултырмай. Бойҙай оно менән арыш онон ҡатыштырып болғаһаң, сөпрә көслө була. Ҡапҡаслы һауытҡа һалып, һалҡын урында тотһаң, бер ҡалаҡ шәкәр ҙә өҫтәһәң, сөпрә оҙаҡҡа етә. Ике ағас ҡалаҡ сөпрә менән алдан алып ҡалған “икмәк башы”нан әсетке ҡуябыҙ. “Икмәк башы”на икмәк бешергән һайын ике-өс ҡалаҡ әсетке ҡалдыра бараһың.
Ҡомалаҡтан бешкән икмәкте һәр кем ярата, ул организм өсөн дә файҙалы һәм еңел эшкәртелә, шулай уҡ тиҙ иҫкермәй. Әйткәндәй, һәр төбәктең уңған хужабикәләре ҡомалаҡтан төрлөсә сөпрә (әсетке) эшләй. Әйҙәгеҙ, һеҙ ҙә үҙегеҙҙең нисек итеп ҡомалаҡ әсеткеһен эшләүегеҙ хаҡында уртаҡлашып алығыҙ.
й шарттарында ҡомалаҡ сәскәләрен мендәр эсенә һалып, тынысландара, баш ауыртауын баҫа торған мендәр әҙерләргә мөмкин.
Фото: autogear.ru
Һүрәттә: Айһылу Таһирова
“Даирә” газетаһынан.