+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
31 Август 2022, 12:14

Төркиәлә «Кәмһетелгәндәр» романы донъя күргән

 Билдәле башҡорт яҙыусыһы Зәйнәб Биишеваның «Яҡтыға» трилогияһының тәүге романы Төркиәлә баҫылып сыҡҡан һәм Евразия яҙыусылар берләшмәһе (Avrasya Yazarlar Birliği) тарафынан уҡыусыларға тәҡдим ителгән.

Төркиәлә «Кәмһетелгәндәр» романы донъя күргән
Төркиәлә «Кәмһетелгәндәр» романы донъя күргән

«Яҡтыға» трилогияһының башҡа өлөштәре лә төрөксәгә тәржемә ителәсәк.
Матур яңылыҡ: билдәле башҡорт яҙыусыһы Зәйнәб Биишеваның «Яҡтыға» трилогияһының тәүге романы Төркиәлә баҫылып сыҡҡан һәм Евразия яҙыусылар берләшмәһе (Avrasya Yazarlar Birliği) тарафынан уҡыусыларға тәҡдим ителгән.

– Зәйнәб Биишева – башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары әҙәбиәтендә айырым урын биләүсе шәхес. Ҡеүәтле текст, ябай тел уның әҫәрҙәрен аңлайышлы итә. Зәйнәб ханымдың романдары башҡорт әҙәби теле өлгөләре исемлегенә ингән. Төрөк телендә нәшер ителгән «Кәмһетелгәндәр» романы – хеҙмәттәштәребеҙ менән «Яҡтыға» трилогияһын тәржемә итеүҙең беренсе этабы. Зәйнәб Биишева ХХ быуат башындағы ваҡиғалар хронологияһында башҡорт ауылының тормошон, төп герой Емеште һүрәтләп, йәмғиәттең, кешеләрҙең нисек үҙгәреүен, үҫешен сағылдыра алған.
Төрөк уҡыусыларына роман донъя мәҙәниәтенең тағы бер яғын - башҡорт ауылы йәшәйешен аса. Әҫәрҙә барған хәлдәр башҡорттарҙың үҙҙәре – шул ваҡиғаларҙа ҡатнашыусылар күҙлегенән һүрәтләнә. Романда тәҡдим ителгән шәхестәрҙең образдары сағыу һәм тәрән мәғәнәле итеп һүрәтләнгән. Шуға ла был романды йәшерәк саҡта уҡығандарға уны тәрәнерәк аңлау өсөн, яңынан уҡып сығыу мотлаҡ, тип иҫәпләйем.

Романдың тәржемәсеһе – филология фәндәре докторы Фатма Эртюрк был романды йәшерәк саҡта уҡығандарға мотлаҡ ҡабаттан уҡып сығырға тәҡдим итә, сөнки тормош тәжрибәһе туплағандан һуң әҫәр бөтөнләй башҡаса ҡабул ителә. Беҙ Фатма Эртюркка тәржемә тәжрибәһе, яңы китап тураһындағы һорауҙар менән мөрәжәғәт иттек: ни өсөн ошо романды һайлаған, эш барышында үҙе өсөн ниндәй асыш яһаған, уғыусы өсөн был китаптың асылы нимәлә һәм башҡалар. – Зәйнәб Биишева – башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары әҙәбиәтендә айырым урын биләүсе шәхес. Ҡеүәтле текст, ябай тел уның әҫәрҙәрен аңлайышлы итә. Зәйнәб ханымдың романдары башҡорт әҙәби теле өлгөләре исемлегенә ингән. Төрөк телендә нәшер ителгән «Кәмһетелгәндәр» романы – хеҙмәттәштәребеҙ менән «Яҡтыға» трилогияһын тәржемә итеүҙең беренсе этабы. Зәйнәб Биишева ХХ быуат башындағы ваҡиғалар хронологияһында башҡорт ауылының тормошон, төп герой Емеште һүрәтләп, йәмғиәттең, кешеләрҙең нисек үҙгәреүен, үҫешен сағылдыра алған, — ти Фатма ханым.
«Беҙ үҫәбеҙ, нығынабыҙ, донъяға һәм үткән ваҡиғаларға ҡарашыбыҙ үҙгәрә – романда ла тап ошо трансформацияны күрәбеҙ. Минең уйымса, башҡорт уҡыусыһы геройҙар образына һалынған метафораларҙы, моғайын, тағы ла тәрәнерәк тоялыр, аңлайҙыр. Хеҙмәттәшем менән ошо хис-тойғоларыбыҙҙы ватандаштарыбыҙға еткерергә тырыштыҡ. Эш барышында беҙ үҙебеҙҙе Емеш һәм романдың башҡа геройҙары урынына ҡуйып ҡарап, бер үк ваҡиғаларға төрлө күҙлектән ҡараныҡ. Хис-тойғоларға бай әҫәр башҡорт мәҙәниәтен тағы ла нығыраҡ аңларға, туғандаш халҡыбыҙҙың бай тарихына ҡағылырға мөмкинлек бирҙе, – ти ғалимә. Филология фәндәре докторы Фатма Эртюрк башҡорт телен өйрәнеү менән студент йылдарынан шөғөлләнә, уны ҡыпсаҡ телдәре төркөмөндәге берәмек булараҡ өйрәнә. Магистратурала «Башҡорт телендә сифат ҡылым һәм уның функциялары» темаһы буйынса диплом яҡлаған. «Башҡорт һәм төрөк телдәре синтаксисын сағыштырма анализлау» темаһына докторлыҡ диссертацияһы өҫтөндә эшләү өсөн Фатма ханым күпмелер ваҡыт Өфөлә йәшәгән. Әлеге ваҡытта Төркиә Республикаһының Нигде ҡалаһында Омер Хәлисдемир исемендәге университеттың Хәҙерге төрки телдәр бүлегендә башҡорт һәм татар телдәрен уҡыта.
Скопировано с сайта:  - kurultai.ru
https://kurultai.ru/ba/content/3474-v-turczii-uvidel-svet-perevod-romana-kmetelgndr-zajnab-biishevoj/

Төркиәлә «Кәмһетелгәндәр» романы донъя күргән
Төркиәлә «Кәмһетелгәндәр» романы донъя күргән
Төркиәлә «Кәмһетелгәндәр» романы донъя күргән
Автор:ЗӨБӘРЖӘТ ЯҠУПОВА
Читайте нас: