Ул тупһа аҫтында уйылған «ишегенән» инеп, тамағы төбөнән һығылып сыҡҡан тауышта мыяулай-мыяулай солан иҙәненә менде. Ауыҙында ниҙер булһа, шулай мыяулай. Өй ишеге төбөнә еткәс, йәнә һуҙып-һуҙып мыяуланы. Тик ишек асылманы. Өс аҙна шул хәл ҡабатлана. «Шә-ә-әп булған икән!» – тип маҡтап ҡаршы алыусы юҡ. Онотҡандырмы һүндереп китергә радиоалғысын. Өс аҙна радиоалғыста йыр тауышы ишетелмәй. Бөгөн дә мыяулаған тауышын ишетеүсе булманы... «Бәлки асыр, бушамайҙыр ҙа», – тип көтөп ултырҙы-ултырҙы ла, тамам өмөтөн өҙөп, – табышын һаҡ ҡына иҙәнгә һалды. Сысҡан ашарға яратһа ла, ҡулына эләгеү менән ашап ҡуймай. Яуыз йәнле түгел, тере көйө алғы тештәренә тиреһенән элеп алып ҡайта. Сысҡаны таш һындай ҡымшанмай ҡатып ҡалған. Урсула ҡулдарын алға һалып, ҡабырғаһын яҫтап һуҙылып ятты. Табышынан ләззәт алыр мәле етте. Уйнап алырҙар. Яҡшы белә сысҡан затын, бала ғына булһа ла хәйләләшәп ҡыланыуы. Ул да хәйләләшә. Башын ситкә бороп, күҙҙәрен ҡыҫа биреп аҫтан ғына ғына күҙәтә. Бына, сысҡаны «терелеп» йүгереп китте. Ҡасып ҡотола алманы. Йомшаҡ тәпәйендә ойпалап* уйнатты-уйнатты ла, ҡорбанын ысҡындырҙы. Сысҡаны күҙҙәрен йомған, тын да алмай ята. Бер аҙҙан Урсула:«Етәр инде, тор уйнарға!» – тип, ятҡан килеш, һыңар ҡулы менән төрткөсләп хәрәкәткә килтерҙе. Сысҡандың уйында нисек тә уның тырнағынан ҡотолоу ҡайғыһы. Шымып ултырҙы-ултырҙы ла тупһанан түбән йүгерҙе. Ул бер ырғыуҙа юлын бүлде. Иҙән буйлатып туптай тәгәрәләтеп уйнатты-уйнатты ла, сысҡан балаһының тыны бөткәнән һиҙеп, ашап ҡуйҙы. Бөгөн көндәгесә оҙаҡ уйнатманы. Уйнатыуының рәте лә булманы. Уны хуплап тороусыһы ла юҡ, күңелһеҙ уға.Тәмен дә тойманы сысҡанының. Йәнә өй ишегенә күтәрелеп ҡарап ҡуйҙы. Бөгөн дә ҡайтманы-ы-ы... Унһыҙ көндәре лә яйһыҙ. Ҡасандыр зәңгәр күктәргә ҡарап туйманы, ҡоштар осҡанына хайран ҡалды... Хәҙер ҡарайһы ла килмәйсе. Иртәле-кисле йырлай-йырлай баҡсаһына һыу һипкәнен күләгәлә ҡарап ятыуы ниндәй күңелле ине-е...Эсе бошоп ятып алаһы килде. Мөйөштәге түшәкте күреп ҡалды. Ҡояш күҙе төшөп тә тора, йылы ла булыр. Мамыҡ түшәкте хужабикәһе төрлө ептәрҙән бәйләнгән. Ниндәй матур икән дәһә! Ошоға тиклем абайламаған да. Биҙәктәре хужабикәһенең йөҙҙәре кеүек, йылмайып ҡарағандай. Барып ятҡас, ҡулдарының йылыһын тойғандай булды. Түшәгенә һырыла биреберәк ятып, башын терәне. Бына Урсуланы бармаҡтары менән башынан, арҡаһынан һыйпай-һыйпай хәбәрен һөйләй, Урсула иркәләнеп мырылдай-мырылдай уға һыйына. Хужабикәһенән уңды ул. Тик тормаған шаян бесәйен тәрбиәгә өйрәтте. «Өҫтәлдәге ризыҡҡа ҡағыларға ярамай, һиңә тигәне мөйөштә!», – тиһә, үпкәләмәй. Урынын белеп тә ҡуя. «Булғанына ҡотораһыңмы?! Аштан оло булырға ярамай!» – тиһә итһеҙ ашын ашап, һауытын ялт иттереп ялап ҡуя. Ныҡ һағынған икә-ә-ән...Уның көлгән тауышын да, тупылдап атлап йөрөүҙәрен дә.Ул өйҙә саҡта тәртип, таҙалыҡ – бар ерҙә. Донъябыҙҙы ни һынлым шағараҡҡа* әйләндергәнмен! Унда-бында турғай ҡаурыйҙары туҙышып ята. Тәлмәрйендең һыңар бото ҡанға буялып иҙәнгә йәбешкән. Тиреһен оҡшатмаған инем шул. Эреле-ваҡлы быяла ярсыҡтары сәселгән... Турғайым ысҡынып китеп, баҫтырып йөрөп кәштәләге банканы төшөрөп ярғайным...Ала-сола бысраҡ эҙҙәрем теҙелгән. Мине маҡтаған була. Хужабикәмә зыяндан башҡа бер ни эшләмәйем дәһә мин! Турғайҙың ҡанаттарын, мамыҡтарын һепереп һоҫҡоһона һалып алыр ине. Тапап бөткән аяҡ эҙҙәремде йыуа. Асыуланмаҫ та ине ләһә...Үҙе ашаған ризығанан мәхрүм итмәне. Э-э-эх... ҡайҙа икән тауыҡ һурпаһы-ы-ы?! Урсула тамшанып ирендәрен ялай-ялай үрелеп тимер сеүәтәһе ҡараны. Буш. Ялтыратып ялап ҡуйған көйөнсә. Май һалып бешергән бойҙай бутҡаһы бер аҙнаға етеп ҡалғайны. Сынаяҡ аҫтындағы һуңғы сало киҫәген кисә төпләп ҡуйҙы. Икмәге ҡалды әлегә, ҡатҡан аныһы.Йәй көндәре тышта аҙыҡ күп. Йоҡлап көн уҙғармай. Ҡоштарға һунар итә. Әлбиттә ҙурҙарына йөрьәт* итмәй. Ямғырҙары мәлендә яуғас, баҡсалағы емеш-еләктәре ифрат уңды быйыл. Урсулаға ҡыуаҡлыҡ аҫтында боҫоп ятып, берәй ҡошсоҡ сәпеүе ауыр эш һаналмай. Баштары эшләй ҡоштарҙың: бешкән генә сейәнең һутын ашап-эсә. Ботаҡта емештең һөйәктәре генә ҡала. Уға бигерәк тә хужабикәһенә табышын алып ҡайтып, шәптеген күрһәтеүе оҡшай. «Һа-а-ай, шәп тә инде, эшкингә-ә-ән!», – тип маҡтап торғас. Сысҡанын уйнатҡанын ҡыҙыҡ күреп ҡарап ултыра. Тик өйҙә ашарға рөхсәт итмәй. «Һа-а-ай шаян да инде бесәйем!»– тип, маҡтай ҙа, тышҡа сығарып һала.Ҡайҙа китеп юғалды..? Улай өйөн оҙаҡҡа ташлап юҡ була торған холҡо юҡ. Сыҡһа кибеткә бара. Унда ла һирәк- һаяҡ. Фрукты, йәшелсәһе бөтөп китһә. Ниңәлер хужабикәһе яҙҙан алып юлдан бушаманы. Шат йылмайған сырайы һүрелде. Һурыҡты. Ҡайҙалыр йөрөүе йышайҙы. Мәшәҡәттәре тотҡарлайҙырмы, автобусына өлгөрмәй. Һуң ғына такси алып килеп ҡалдыра. Арып-талып килгәс, алдына алып иркәләмәҫ, хәбәр ҙә ҡушмаҫ булды. Бәләкәй ҡатырға коробкаһынан ниҙер алып ҡаба, артынса һыу эсә. Өҫтәл артында яйлап ултырып ашанманы. Ашын бер-ике ҡалаҡ ҡаба ла, оҡшатмаймылыр ситкә этә... Йыш ҡына ах-ух килеп иҙән буйлап йөрөй, йә диванда эсен ҡосаҡлап, бөгәрләнгән килеш, өнһөҙ-тынһыҙ ҡала. Күп тә ятмай, ҡурғашҡа төрөлгән ике капсуланы бер юлы ауыҙына ҡаба, бокалына һыу һалып эсә. Бер... шприц ҡаҙағас, арыуланып дәртләнеп киттелерме, китап кәштәһенән йәшел төҫтәге китабын алды. Урсулаға таныш йыр китабы. Аҙаҡҡы төнөн хужабикәһе креслоға ултырып, йыр йырлап таң аттырҙы. Ниндәй йырҙарҙы йырларын белеп бөткән. Әсәй, туған яҡ, мөхәббәт темаларын үҙ итеп ихлас башҡара...Ҡай саҡ сикәләре буйлап йәш бөрсәктәре тәгәрәләй...Шундай ваҡытта уны яҡыныраҡ һыйындыра... «Ни булды?» – тип һораулы күҙҙәрен төбәй хужабикәһенә. Күҙҙәре моңһоу...уйсан ҡараштарында борсолоу ҡатыш йым-йым янып, осҡон сатҡыһы сағылып ҡала. «Бирешмәйек-бирешмәйе-е-ек, беҙ бирешә торған заттан түгел....Осона сығасаҡмын... Бына шәбәйермен... гөрләтеп йәшәрбеҙ әле. Алдағы йәй ҡырға еләк йыйырға ла сығырбыҙ. Һине лә алырмын», –тине уны һыйпап.Таңға ҡарай ҙур сумкаһына кейем-һалымдарын тултырҙы. Артабан оҙон ҡуңыслы итеген, резина бирсәткәһен кейеп, оҙон шлангаһын һөйрәтеп баҡсаһындағы, ихаталағы сәскәләренә һыу һиптерергә кереште. Ашыға ла ине ахырыһы. Аяғы аҫтында уранғылаған Урсуланың ҡойроғона баҫты. «А-а-ай, ҡамасауламаһаң ине?!» – тип асыуланды. «Берәй сысҡан тотайым, бәлки асылып та китер хужабикәм», – тип иртәнге ысыҡтарҙы кисә-кисә, әкрен генә баҫып картуф баҡсаһындағы иҫке һалам төбөнә ыңғайланы. Бер сәғәттәй ваҡыт үткәндер, ҡапҡа төбөнә машина килеп туҡтағанын, өй ишеген бикләгән тауыш ярпы-йорпо ҡолағына салынды. Шунан алып юҡ булды хужабикәһе.Йомшаҡ түшәгендә тиҙ үк йоҡлап китә алманы Урсула. Йоҡоһо ҡасты. Әсәйем булһа, ҡуйынында йоҡлап та китер инем. Иҫләмәйем дә әсейемде.... Уны үҫтергән хужаһы Оксана һөйләүе буйынса белә. Насар әҙәм әсәһен балаға йөклө булғанын белгәс, һалҡын ҡыш көндәрендә урамға ҡыуып сығара. Әсәһе көрт йырып баҙарға табан юл ала. Аҙыҡ-түлек һатҡан кешеләр бәлки ашарына берәй өлөш бирерҙәр, тамағым туҡ булһа һалҡындарға бирешмәҫмен. Сабыйҙарымды ла иҫән-һау таба алырмын, тип уйлай. Баҙарҙа ит һатыусы янына килә. Алъяпҡысынан ит һүле тама. Тимәк яңыраҡ ҡына һуйылған, тәмлеләр ҙә.... Итен түмәргә һалып, үткер балтаһы менән сапҡан һайын ергә ваҡ ит киҫәктәре төшә. Би-и-ик ит ашайһы килеп, әсәһенең ауыҙ һыуҙары ҡойола. Яҡыныраҡ барып, итте алып ашарға баҙнат имәй. Шул арала ҡайҙандыр ҙур ялбыр эт килеп сығып, йүгереп йөрөп тиҙ-тиҙ генә иттәрҙе ашап та бөтә. Ит ашамай алманым, тип торғанында ялбыр эт бесәйгә ташлана. Ҡанһыраған эт әсәһен ҡарға аунаҡсытып, тештәре менән йөнөн йолҡҡосларға тотона. Әл дә, ит һатып алырға килгән Оксана ярҙамға ташлана. Ҡысҡыра-ҡысҡыра этте ҡыуып ебәрә. Һыңар ҡолағын өҙөп алынған урындағы яраһын бәйләп, һатып алған итенән яҡшы ғына ит киҫәге бирә. Би-и-ик йәлләй. Шәлъяулығына төрөп өйөнә алып ҡайта. Һаулығы ла насар булғанға ветеренарға күрһәтеп дауалай. Урсулла менән Сара донъяға килгәс бик шат була Оксана. Ауырыу әсәһен тырышып тәрбиәләһә лә, ике ай ғына йәшәп ҡала. Игеҙәк сабыйҙарына кибеттән һөт алып эсереп үҫтернеп ала. Сара кәүҙәгә бәләкәйерәк, шуға һеңлем, ти. Хәлдәре нисектер... Урамға сыҡһа кем ҡурсалай икән, бигерәк ҡурҡаҡ булды. Оксана һеңлеһенең яҡшы ҡулға тура килгәненә шат булды.Төлкө төҫөндәге йөнөн, зәңгәр күҙле Сараның рекламалағы фоторәсемен күреү менән күптәр алаһы килде. Тик Оксана кем етте шуға бирә торғандарҙан түгел. Ишембайҙағы яңғыҙ йәшәгән ҡатын ҡулына ышанып тапшырҙы. Биргәс тә, йыш-йыш ҡына шылтыратып , Сараның хәлдәрен һорашты.Урсула Сараның бөтөләй киреһе, кескенәнән ҡыйыу йөрәкле. Ҙур ата бесәйҙе, көсөктө янына яҡын ебәрмәне. Арҡаһын дуғаландырып, йөндәрен ҡабартып, күҙҙәренән ут сәсрәтеп тексәйеп ҡарап, уҫал мырылдап ҡурҡытты. Оксана уның шундай батыр булғанына ғәжәп ҡалды. Шуға бесәйгә көслө ихтиярлы испан халҡы актрисаһы Урсула Корберо Дельгадоның исемен ҡушты ла инде. Актриса һәм модель 1989 йылдың 11 август айында Барселонда тыуа.Ул 6 йәшендә үк актриса булырға хыяллана. Маҡсатына өлгәшер өсөн, ҡыйыу, көслө ихтиярлы Урсула уҡыуҙы тамамлағас та, «Физика йәки химия» телесериалында төшөргә Мадрит ҡалаһына күсеп килә. Йәш ҡыҙ 13 йәшендә генә актер һөнәренә, вокал серҙәрен өйрәнеү курсына йөрөй. Һөҙөмтәлә «Физика йәки химия» сериалына беренсе йырын яҙа. Һәм Корберо Дельгадо донъяға данлыҡлы актриса булып таныла.Ә Урсула үҙе ауылда йәшәй. Алыҫ ҡаланан яңы хужабикәнең улы алып килде Ауыл тормошона әкренләп өйрәнде. Сысҡандың ни икәнен белмәй ҙә ине. Хужабикәнең улы тәпегә эләккән сысҡанды уйынсыҡ күреп уйнатты ғына. Икенсе тапҡыр ҡомаҡ балаһын уйнатҡандан һуң ашаны, ә оҙон ҡойроғон уйнатырға ҡалдырҙы. Хәҙер оҫта һунарсы. Келәткә бер ниндәй сысҡан, ҡомаҡ инә алмай. Хужабикәһе егәрле Урсуланы бик ярата. Тәмле аштары менән һыйлай. Йыуындыра, ятҡан түшәгенең саңын ҡағап-һуғып таҙалай. Бер холҡо менән аптыратып та ҡуя хужабикәһен. Йыр йырлағанында янына килеп ултыра, сәғәттәр буйына тыңлап ялҡмай ҙа.Тәүге хужаһы Оксана берәҙәк бесәйҙәрҙе үҙ ҡарамағына алып тәрбиәләүсе киң күңелле шәхес. Урсула унда йәшәгәнендә йонсоған 5 бесәйҙе тәрбиәләп аяҡҡа баҫтырҙы. Уның яңы хужабикәһе менән хәбәрләшеп тора. Бесәйгә яҡшы тәрбиә биргәне өсөн ҡыуана. Яңы хужабикәһе уға фоторәсемен төшөрөп һалды. Әлеге ваҡытта Оксана берәҙәк 27 бесәй тәрбиәләй икән.Урсуланы кемдер иркәләп уятҡанға күҙҙәрен асты. Бер кем дә юҡсы... Солан тәҙрәһе аша иртәнге ҡояш нурҙары йөҙөнә төшә икән. Төшөндә Сара һеңлеһен күрҙе. Нәҡ үҙе кеүек бесәй балалары менән уйнай. Хужабикәһе аҡ яулыҡта, ҡулын болғап ниҙер һөйләй. «Төштө яҡшыға юраһаң яҡшы була», – тигәнен ишеткәне бар хужабикәһенән. Хәйерлегә булһын төшө! Радиоалғыста таң менән сәйәсәт буйынса яңылыҡтар тапшыралар. Э-э-эх, был ваҡытта хужабикәһе иртәнге аш әҙерләй, тәмле һурпа еҫе тарала... Бик ашайһы килеп аяғы аҫтында сыуалып түҙмәй йөрөгәнен һиҙеп, ҡайнар ашты һыуытып һалып бирә. Ул иртәнге рәттә тамаҡ яғап алырға булып, ҡатҡан икмәк киҫәген тәпәйҙәре менән ҡыҫып кимерә башланы. Хужабикәһе бешергәс ҡатһа ла тәмле. Валсыҡтарына тиклем бер бөртөгөн дә ҡалдырмай теле менән йыйып ашаны. «Ҡул көсө төшкән аҙыҡты исрафлау – оло гонаһ», – тигән хужабикәһенең аҡылы хәтерендә. Иртәнге ашын ашап алғас, ауыҙ-моронон таҙаланы. «Ашарыма ла бөттө», – тип тирә-яғына ҡарап алды ла, башын түбән эйеп, ығыш ҡына баҫып, тупһа аҫтындағы уның өсөн инеп-сығып йөрөргә эшләнгән «ишегенән» сығып китте. «Ҡырға барып килермен, йорт тирәһендә сысҡан да ҡалманы. Берәй кеҫәрте осрар», – тигән уйҙа ине башы. Көн эҫе булмаҡсы. Һыуһап йөрөргә тура килмәһен, тип һауытҡа йыйылған ямғыр һыуын эсергә эйелеп туҡтап ҡалды. Һыуҙа йөҙөн күреп үҙен таныманы.Ҡайһылай күҙҙәрем моңһоу. Ҡартайып киткәнменсе-е...Хәлем мөшкөләйә әллә... «Бирешергә ярама-а-ай, Урсула! – ти бит хужабикәм» – тип эйелгән башын күтәрҙе. Күк йөҙө зәп-зәңгәр, сут-сут килеп ҡоштар һайрай. Ана-а-а, бейектә самолет оса. Тормош ҡайнай! Ә мин төшөнкөлөккә биреләм. Бер ҡайтыр хужабикәм, – тип аҙымдарын ҡыҙыулата барып, урманға табан юл алды.Төштән һуң Урсула кәҫәртке тотоп ҡапҡа аҫтынан килеп инеп, туҡтап ҡалды. «Радиоалғыста күңелле йыр йырлайҙа-а-ар... Танауына тәмле аш еҫе килеп инде. Тимәк ул ҡайтҡа-ан!– Ҡайтҡа-а-а-а-ан! – Мыя-у-у-у! Мыя-а-а-у!» – тип мыйылдап, уҡтай атылып өйгә йүгерҙе.– И-и-и! Ҡайҙа йөрөйһөң? – тип хужабикәһе ишекте асты. Урсуланың ауыҙынан бер аҙ сәйнәлгән, ҡойроҡһоҙ кеҫәрткеһе төшөп китте. Хужабикәһе күтәреп алды, ҡосаҡлап һөйҙө.– Асығып урманға барҙыңмы ни-и-и? Кеҫәрте тоҡанһы-ы-ың... Күҙҙәренә ҡараны.– Урсула, Урсул-а-а, ни булды һинең менә-ә-ән?! Ауырып киттеңме әлә-ә-әә?! «Асыҡманым...һағынды-ы-ым һине...би-и-ик оҙаҡлап киттең бит...», – тип әйтергә, һөйләшә генә белмәй Урсула. Хужабикәһенең күкрәгенә башын һалған килеш оҙаҡ ҡына торҙо.– Ҡайттым...Мин дә һине һағындым. Кәрәк булды дауалынып алырға. Арыуланып китермен хәҙер. – Әйҙә, Урсула, аш ашап ал, – тип иҙәнгә баҫтырҙы. Урсула кеҫәрткеһен алды ла, киренән һалды. Аш ашай башланы. Кеҫәрткеһенән күпкә тәмлерәк тә хужабикәһенең ашы. Ул унан күҙҙәрен алмаған хужабикәһенә ҡарап-ҡарап ала. Ҡарашы уйсан. Ниҙәр уйлай икән..? Яңғыҙ йәшәүҙәре еңелдән булмай. Хәҙер һиңә лә, миңә лә күңелле булыр тиҙер.-
--йөрьәт* – батырсылыҡ итмәй мәғ.ойпалап* – әрһеҙләп мәғ.шағараҡҡа* әйләндереү, шағараҡ ҡороу – бында өй эсен ҡалмалап бөтөү мәғ.06.09.22й Нәсимә Ғайсина
(Авторҙың стиле, орфографияһы и пунктуацияһы һаҡланды)