+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
26 Сентябрь 2022, 12:49

Башҡортостан журналистары – Донбасс балаларына

“Бөтә Рәсәй-2022”  форумында “Медиашефлыҡ: Башҡортостандың киң мәғлүмәт саралары – Донбасс балалары” махсус проекты күрһәтелде

Башҡортостан журналистары – Донбасс балаларына
Башҡортостан журналистары – Донбасс балаларына

Майҙансыҡтың модераторы “Башинформ” мәғлүмәт агентлығының баш мөхәррире Руслан Шәрәфетдинов булды. Уның әйтеүенсә, Башҡортостандың Журналистар союзы бөгөн 1700 кешене берләштерә.

Рәсәй Журналистар союзы рәйесе Владимир Соловьев республикабыҙ Журналистар союзының иң ҙур һәм иң әүҙем төбәк ойошмалараның береһе булыуын билдәләне.

“Донбасс балалары өсөн “Аҡбуҙат” журналы сығарыу башланғысы өсөн һеҙгә рәхмәт. Хеҙмәттәштәрҙең хәҙер үҙ-ара туранан-тура эшләй башлауы мөһим”, – тине ул.

“Аҡбуҙат” журналының баш мөхәррире Лариса Абдуллина журналдың нисек барлыҡҡа килеүе тураһында һөйләне.

“Тәүҙә, балалар ҡайғыһы тураһында балалар үҙҙәре яҙғанда, журналға материалдарҙы нисек бирергә икән тип уйлаштыҡ. Мәҫәлән, Донецкиҙан Катя Ярошевичтың хаты. Әммә тап шундай матераилдар журналдың асылын тәшкил итте. Редакция был һанды илай-илай сығарҙы. Ләкин һөҙөмтә шатлыҡлы ине, сөнки был һан яҡтылыҡ, тормош һәм өмөт менән һуғарылған. Риүәйәткә ярашлы, изге Аҡбуҙат Урал батырға тере һыу табырға һәм бөтә ерҙе уның менән һуғарырға ярҙам иткән. Беҙ ҙә Донбасс еренә тыныслыҡ, изгелек килеүен бөтә йөрәктән теләйбеҙ”, – тине Лариса Абдуллина.

Фото: mgazeta.ru.

Автор:Рәшит Кәлимуллин

 

Башҡортостан журналистары – Донбасс балаларына
Башҡортостан журналистары – Донбасс балаларына
Башҡортостан журналистары – Донбасс балаларына
Автор:ЗӨБӘРЖӘТ ЯҠУПОВА
Читайте нас: