+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
29 Сентябрь 2022, 17:48

29 сентябрь – Бөтә донъя йөрәк көнө

Бөтөн донъяға танылған кардиохирургтың файҙалы һәм ябай өс кәңәшен тәҡдим итәбеҙ. Сәләмәт булығыҙ! 

29 сентябрь – Бөтә донъя йөрәк көнө
29 сентябрь – Бөтә донъя йөрәк көнө

Йөрәк – ғәжәйеп орган. Ул кеше организмы буйлап ҡан йөрөтөп кенә ҡалмай, ә шатлыҡтан бейей ҙә, йәлләүҙән ҡыҫыла ла, ҡайғынан өҙгөләнә лә, бәхеттән талпына ла белә. Ул кеше донъяға яралғандан алып үлгәнгә тиклем бер секундҡа ла туҡтамай хеҙмәт итә. Беҙҙең бөтә хис-тойғоларҙы үҙенә һыйындыра һәм бергә кисерә. Йөрәгегеҙҙе һәм уға иң йылы, яҡты хис-тойғолар бүләк иткән яҡындарығыҙҙы ҡәҙерләгеҙ һәм һаҡлағыҙ!

Донъя кимәлендә киң танылған кардиохирург, «Милләт сәләмәтлеге лигаһы» дөйөм Рәсәй йәмәғәт ойошмаһы президенты Лео Бокерияның өс кәңәшенә ҡолаҡ һалығыҙ.

Йөрәкте нисек һаҡларға? Иң беренсе аҙым – зарарлы ғәҙәттәрҙән ҡотолоу. Кардиохирургтың раҫлауынса, тап йәшәү рәүешенең дөрөҫ ойошторолмауы йөрәк сирҙәренә илтә лә инде.

Икенсе яҡшы ғәҙәт – оҙайлы, сәләмәт йоҡо. Кәм тигәндә ете сәғәт йоҡларға, бер үк ваҡытта ятырға һәм уянырға кәрәк, ти Лео Бокерия.

Кардиологтың өсөнсө кәңәше – көн һайын ун мең аҙым яһау, гел хәрәкәттә булыу. Ошо ябай ғына тойолған ғәҙәттәрҙе үҙ итә алһаҡ, күпме кеше һау-сәләмәт булыр ине, тип иҫәпләй йөрәк белгесе.

29 сентябрь – Бөтә донъя йөрәк көнө
29 сентябрь – Бөтә донъя йөрәк көнө
Автор:ЗӨБӘРЖӘТ ЯҠУПОВА
Читайте нас: