+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
29 Сентябрь 2022, 16:45

Махсус хәрби операцияға үҙ теләге менән

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров бөгөн, 29 сентябрҙә, республика хөкүмәте премьер-министрының беренсе урынбаҫары Азат Баҙрановтың үҙ теләге менән махсус хәрби операцияға китеү тураһында ғариза яҙыуын хәбәр итте.

Махсус хәрби операцияға үҙ теләге менән
Махсус хәрби операцияға үҙ теләге менән

«Мин уны хупланым. Азат менән хеҙмәттәштәр генә түгел, ә рух буйынса яҡын кешеләр булыуыбыҙҙы бер ҡасан да йәшермәнем. Уның был ҡыйыу аҙымы менән ғорурланам. Ысын ир-егеттәр шулай эшләргә тейеш тип иҫәпләйем», - тип билдәләне Республика Башлығы.

Уның һүҙҙәренсә, Азат Баҙранов – чиновниктар араһынан махсус хәрби операцияға юлланған берҙән-бер кеше түгел. Ошондай ҡарарҙы үҙаллы ҡабул иткән һәм мобилизацияланған башҡа чиновниктар ҙа бар.

 

Махсус хәрби операцияға үҙ теләге менән
Махсус хәрби операцияға үҙ теләге менән
Автор:ЗӨБӘРЖӘТ ЯҠУПОВА
Читайте нас: