Мине тәү башлап мәктәп тупһаһында ҡаршы алыусы Мәһәҙей мәктәбенең башланғыс класстар уҡытыусыһы Зинира Фазылйән ҡыҙы Хәсәнова.Ул миңә хәрефтәр танырға, һанарға, яҙырға өйрәтеүсе. Мәктәптә нисек үҙеңде тоторға, өйгә эштәр ҙе һәр саҡ үтәп йөрөргә кәрәклегендә тәү башлап Зинира Фазылйән ҡыҙы аңлатты. Башланғыс классты тамамлағас,бишенсе синыфҡа уҡырга барғанда беҙҙе,Мәһәҙей мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Сәйҙә Ғәбдинур ҡыҙы Сәйәхова үҙ ҡанаты аҫтына алды.Беҙҙең һәр уңыштарҙы күтәреп дәртләндереп тороусы,берҙәм татыу булырга өндәүсе, еңеүҙәргә этәреүсе, рухлы уҡытыусыбыҙ ул. Туған телгә, илгә һөйөү уятыусыла!
8- се классҡа Байназар мәктәбенә уҡырга баргас класс етәксеһе Вәсилә Әмир ҡыҙы Йәмилева ҡаршы алды. Яңы ҙур мәктәп, яңы класташтар менән танышып, уҡый башланыҡ .Беҙгә артабанда яҡшы уҡыу өсөн өйгә эштәрҙе теүәл үтәргә, тырышып уҡырга, төрлө ярыштарҙа әүҙем ҡатнашырға мәктәпте уңышлы тамамлау бурысы тора икәнлеген аңлатты. Һынатмаҫбыҙ, тырышырбыҙ!
Хөрмәтле уҡытыусыларымды Уҡытыусылар көнө менән ҡайнар ҡотлайым!!! Эштәрендә уңыштар, һаулыҡ,именлек теләйем! Уҡытыусыларыма ҙур рәхмәтемде белдерәм!!!
Рәсилә Гарифуллина. Бөрйән районы, Байназар урта мәктәбенең 8 б класс уҡыусыһы.