+2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
14 Декабрь 2022, 16:31

Рәми Ғарипов, “Туған тел”

Рәсәйҙең, донъяның 54 ҡәләм оҫтаһы – Халыҡ шағирҙары, профессиональ тәржемәселәр, яҙыусылар союздары ағзалары – был проектҡа ҡушылып, әҫәрҙе 45 телгә ауҙарҙы. “Туған тел” урыҫ, авар, себер татарҙары, нуғай, ҡумыҡ, украин, итальян, белорус, цахур, фарсы һәм башҡа телдәрҙә яңғыраны.

Рәми Ғарипов, “Туған тел”
Рәми Ғарипов, “Туған тел”

Рәми Ғарипов, “Туған тел”

Рәсәйҙең, донъяның 54 ҡәләм оҫтаһы – Халыҡ шағирҙары, профессиональ тәржемәселәр, яҙыусылар союздары ағзалары – был проектҡа ҡушылып, әҫәрҙе 45 телгә ауҙарҙы. “Туған тел” урыҫ, авар, себер татарҙары, нуғай, ҡумыҡ, украин, итальян, белорус, цахур, фарсы һәм башҡа телдәрҙә яңғыраны.


Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың күрһәтмәһенә ярашлы, республикала Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың 90 йыллығы киң билдәләнә. Ошо уңайҙан Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы шағирҙың “Туған тел” шиғыры донъя халыҡтары телдәренә тәржемә ителгән йыйынтыҡ әҙерләне. Рәсәйҙең, донъяның 54 ҡәләм оҫтаһы – Халыҡ шағирҙары, профессиональ тәржемәселәр, яҙыусылар союздары ағзалары – был проектҡа ҡушылып, әҫәрҙе 45 телгә ауҙарҙы. “Туған тел” урыҫ, авар, себер татарҙары, нуғай, ҡумыҡ, украин, итальян, белорус, цахур, фарсы һәм башҡа телдәрҙә яңғыраны. Балалар яҙыусылары был проектта ҙур әүҙемлек күрһәтте, сөнки улар тап кескәйҙәрҙән туған телгән һөйөү тәрбиәләнеүен тәрән аңлай. Даргин журналы "Лачин"да Дағстандың халыҡ шағиры Әминәт Абдулманапова, ҡумыҡ журналы “Тангчолпан”да шағирә Супиянат Мамаева был шиғырҙы баҫтырып та сығарҙы.
Был китапта баҫылған шиғыр башҡорт әҙәби телендә генә түгел, уның диалекттарында ла бирелеүе менән үҙенсәлекле.
Рәми Ғарипов үҙ заманында донъя әҙәбиәте өлгөләренән 50-нән ашыу авторҙың әҫәрҙәрен башҡорт теленә ауҙарған. “Туған тел” – ул шағирҙың халҡына, иленә, еренә һөйөүен белдергән әҫәр, шуға ла башҡа милләт яҙыусылары был проектҡа әүҙем ҡушылды.
Проект авторҙары – шағирә Лариса Абдуллина (Башҡортостан) һәм Светлана Быкова (Беларусь Республикаһы), рәссамы Азамат Ғарипов, дизайнер Анатолий Корнеев.

“Башҡорт шиғриәтен юғары кимәлгә күтәргән Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың исемен мәңгеләштереү буйынса республикала ҙур эш алып барыла.
Уның ижадын балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәренән алып ололарға тиклем яҡшы белә һәм ярата.
Рәми Ғарипов башҡорт теленә бихисап донъя әҙәбиәте өлгөләрен тәржемә иткән. “Тәржемә – ул иң шәп шиғри мәҙәниәт, ул оҫталыҡ һәм тел мәктәбе”, – тип яҙа ул
көндәлектәрендә. Шағирыбыҙҙың тыуыуына 90 йыл тулыу айҡанлы Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы “Туған тел” шиғырын төрлө халыҡ телдәренә тәржемә йыйынтығын әҙерләне.
Был китап мәшһүр шағирыбыҙҙың ижадын популярлаштырыуҙа һәм туған телдәргә ҡарата һөйөү тәрбиәләүҙә мөһим роль уйнар, тип ышанам.
Туған тел – халыҡтың тарихын һәм мәҙәниәтен, уның күңелен, рухиәтен сағылдырған изге ҡомартҡы. Туған телдәр ошо йыйынтыҡта бергә тупланған һымаҡ, һәр милләт тә
бөгөн берҙәмлек һағында булһын!” – тип яҙҙы йыйынтыҡтағы баш һүҙҙе Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий ХӘБИРОВ.

Автор:ЗӨБӘРЖӘТ ЯҠУПОВА
Читайте нас: