+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
9 Ғинуар 2023, 15:20

“Яҙыл да бүләк от!” уйыны еңеүселәрен тәбрикләйбеҙ!

“Аманат” журналы коллективы лототрон ярҙамында 2023 йылға “Аманат”ҡа яҙылыусы дуҫтарыбыҙ араһында сираттағы “Яҙыл да бүләк от!” уйынын үткәрҙе.

“Яҙыл да бүләк от!” уйыны еңеүселәрен тәбрикләйбеҙ! “Аманат” журналы коллективы лототрон ярҙамында 2023 йылға “Аманат”ҡа яҙылыусы дуҫтарыбыҙ араһында сираттағы “Яҙыл да бүләк от!” уйынын үткәрҙе. Беҙҙең менән бергә уйында «Башҡортостан ҡыҙы» журналының баш мөхәррире Гөлназ Мират ҡыҙы Ҡотоева @Гульназ Кутуева ла ҡатнашты. 2023 йылға “Аманат”ҡа яҙылып, “Яҙыл да бүләк от!” уйынында “Аманат”тың приздарын отоусы дуҫтарыбыҙҙы ҡотлайбыҙ! Бына ул бәхетле еңеүселәр: Нуриман районының Иҫке Күл ауылынан Ләйсән Шәһиеваға – ВЕЛОСИПЕД; Өфө ҡалаһының Асҡар Шәмсетдиновҡа - КВАДРОКОПТЕР; Өфө ҡалаһынан Вилдан Хамматовҡа – МОБИЛЬ АККУМУЛЯТОР; Ҡырмыҫҡалы районының Иҫке Бәпес ауылынан Иҫәнгилдин Линарға – ПОРТАТИВ КОЛОНКА; Бөрйән районының Байназар ауылынан Ишбулатов Алмасҡа – ФИТНЕС-ТРЕКЕР; Өфө ҡалаһынан Эльвина Ҡотлоғужинаға, Өфө ҡалаһынан Латифа Солтановаға, Бөрйән районының Байназар ауылынан Әлимә Мостафинаға – “АМАНАТ”ТЫҢ ФИРМА СӘҒӘТТӘРЕ. “Аманат”тар.
Автор:Зөбәржәт Яҡупова
Читайте нас: