+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
17 Февраль 2023, 16:49

Өфөлә махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙы хуплап авточеллендж уҙғарыла

Башҡортостандың баш ҡалаһында махсус операцияла ҡатнашыусыларҙы хуплап «Ватанды һаҡлаусылар» авточелленджы уҙғарыла.

Өфө хакимиәтенең матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, 20 февралдә Рима Баталова исемендәге Спорт әҙерлеге үҙәге парковкаһы биләмәһендә (Халыҡтар дуҫлығы проспекты, 47) автоһәүәҫкәрҙәр ҙур йондоҙ булып  теҙелә. Был акция киске сәғәт 6-ла башлана. Унда һәр кем ҡатнашырға мөмкин. Бының өсөн Ленин районы хакимиәтенең электрон почтаһына ([email protected]) заявка ебәрергә кәрәк. Хатта машинаның маркаһын һәм бәйләнеш өсөн телефон күрһәтеү мөһим. Өҫтәмә мәғлүмәтте 8(347)229-04-34 (доб.35) телефонына шылтыратып белергә мөмкин.

Йәш сикләүе 16+.

https://www.bashinform.ru/news/social/2023-02-17/v-ufe-v-podderzhku-uchastnikov-svo-provedut-avtochellendzh-3147092

Автор:Ләйсән Закирова
Автор:ИА "Башинформ"
Читайте нас: