-4 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
27 Февраль 2023, 14:14

Мөғжизәле донъя

Крачка-инка – Көнъяҡ Америкалағы мыйыҡлы ҡош. Уның мыйығы аҡ ҡауырһындарҙан тора һәм 5 сантиметрға етә.

Мөғжизәле донъя
Мөғжизәле донъя
  1. Крачка-инка – Көнъяҡ Америкалағы мыйыҡлы ҡош. Уның мыйығы аҡ ҡауырһындарҙан тора һәм 5 сантиметрға етә.
  2. Донъялағы иң ҙур, 26-20-32 метрлы резина өйрәк себеше – рәссам Флорентин Хофмандың ижад емеше.
  3. Көнбайыш Америка өкөләре бәләкәй ауыҙлы йыландарҙы “бала ҡараусы” итеп эшкә ала икән. Өкө ер аҫтында йәшәүсе йыланды үҙояһына алып ҡайта һәм ашата. Шуға ла йылан өкө ҡырға киткән ваҡытта уның балаларын сит-яттарҙан һаҡлай.
  4. Донъялағы иң ауыр бөжәктәр – голиафтар. Ата бөжәктең оҙонлоғо – 11 см, ә киңлеге – 6 см. тирәһе. Ауырлыҡтары яҡынса – 100 грамға хәтлем етеүе ихтимал. Улар Үҙәк һәм Көнъяҡ-көнсығыш Африкала йәшәй.
  5. Мыйыҡлы ҡуңыҙ-титан донъялағы иң ҙур ҡуңыҙ. Уның оҙонлоғо – 17 сантиметрға тиклем, ә киңлеге 8 сантиметрға тиклем барып етеүе ихтимал.
  6. Ҡытыршы ҡара ағас йыланы (шершавая древесная гадюка) Африканың тропик урманында йышыраҡ осрай. Ғәҙәттә, ул төнөн һунар итә. Ҡарауға ҡурҡыныс һымаҡ күренһә лә, был йылан донъялағы иң бәләкәй йыландарҙың береһе: уның оҙонлоғо – 78 см.-ҙан артмай.
  7. Китбаш (китоглав, король селәне) – ҡауҙыға, селәнгә, марабу кеүек ҡоштарға оҡшаған һирәк осраусы ҡош. Китбаштың башы кәүҙәһенең ҙурлығына тигеҙ: ҡоштар өсөн был хас күренеш түгел.
Автор: Сәлимә ҠАРАНАЕВА
Читайте нас