Арҙаҡлы ауылдаштары, тележурналист, Телерадиосәнғәт Мәктәп–студияһы директоры, уҡытыусы, Рәсәй Федерацияһының һәм Татарстандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Шәһит Хоҙайбирҙин, Мәжит Ғафури исемендәге премиялар лауреаты, Салауат Юлаев ордены кавалеры, Евразия телевидение һәм радио академияһының мөхбир ағзаһы Шәүрә Ғәббәс ҡыҙы Ғилманова уҡыусылар менән осрашыуға килде.
Башҡорт йолаһы буйынса, ҡунаҡҡа буш ҡул менән килмәйҙәр. Шәүрә Ғәббәс ҡыҙы балаларға 2023 йылға бер нисә дана “Аманат” журналын яҙҙырып, бүләк итте.
Осрашыу бик йәнле һәм ҡыҙыҡлы барҙы. Республика баҫмалары араһында бихисап конкурстары, ҡыҙыҡлы рубрикалары, уҡымлы мәҡәләләре менән дан тотҡан “Аманат” журналы тураһында Шәүрә Ғәббәс ҡыҙының мауыҡтырғыс итеп һөйләүе барыһына ла оҡшаны. Энциклопедияға торошло журнал төрлө темаларҙы яҡтыртып ҡалмай, баҫманың үҙендә лә, интернет сайттарында ҡыҙыҡлы конкурстар ойоштора. Ҡасандыр тыуған мәктәбендә тик “бишле” билдәләренә генә уҡыусы, йәмәғәт эшендә әүҙем ҡатнашыусы Шәүрә апай 93 йәшлек “Аманат”тың “Пионер” булған сағында журналды яратып уҡыған.
Дәүләт телевидение һәм радио системаһында ярты быуаттан ашыу хеҙмәт итеүсе тәжрибәле белгес быға тиклем дә Имәндәш ауылы мәктәбенең өлкән синыф уҡыусыларына журналистика буйынса оҫталыҡ дәрестәре үткәреп килде. Был һәйбәт традицияны киләсәктә лә дауам итергә тигән теләк белдерҙе уҡытыусылар коллективы.
Тыуған төбәгенең “Почетлы гражданин”ы Шәүрә Ғәббәс ҡыҙы 2007 йылдан алып, Имәндәш мәктәбенең яҡшы уҡыған, файҙалы эштәрҙә үрнәк булған уҡыусыларға үҙенең шәхси стипендияһын тапшырып килә. Бөгөн дә балаларҙы ижади шәхес булырға, “Аманат”ҡа яҙылырға, журналдың конкурстарында әүҙем ҡатнашырға саҡырҙы.
Күренекле шәхес, хөрмәтле остаз менән осрашыу, онотолмаҫ хәтирә булып, һәр баланың хәтерендә ҡалыр. Иҫтәлеккә тип төшкән фотоһүрәт тә уҡыусылар күңелен йылытып торор.
Мәктәп бинаһында урынлашҡан балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре лә Шәүрә Ғәббәс ҡыҙы ҡулынан бүләккә йомшаҡ уйынсыҡ алып ҡыуанды.
P.S.Тыуған төбәгенә һанап бөткөһөҙ изге ғәмәлдәр ҡылыусы илаһи зат – Шәүрә Ғәббәс ҡыҙы Ғилманованың быйыл юбилей йылы. Ошо уңайҙан уның бала сағы, мәктәп йылдары тураһында “Аманат”тың 4-се һанында уҡырһығыҙ.