-2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
27 Апрель 2023, 11:18

Әбделмәмбәт уҡыусылары инициатива проекттарында ҡатнаша

Әбделмәмбәт урта мәктәбе уҡыусылары был  проектҡа ҙур теләк менән ҡушылды.

Әбделмәмбәт уҡыусылары инициатива проекттарында ҡатнаша
Әбделмәмбәт уҡыусылары инициатива проекттарында ҡатнаша

Башҡортостанда уҡыусыларҙың инициатива проекттарын финанслау ғәмәлгә индерелде. Хәҙер уҡыусылар үҙҙәре ниндәй проблеманы хәл итеүҙе билдәләй һәм инициатива проекттарын тәҡдим итә ала. Проекттарҙы финанслау республика һәм муниципаль бюджет, шулай уҡ бағыусылар ярҙамында тормошҡа ашырыласаҡ.

Әбделмәмбәт урта мәктәбе уҡыусылары ла ошо конкурста ҡатнашыуҙы хупланылар. Был проектка 14 йәше тулған 8 – 11 класс уҡыусылары ҙур теләк менән ҡушылды.
Йыйылыш рәйесе һәм секретары, иҫәп комиссияһы ағзалары һайланып ҡуйылды.
Уҡыусыларҙың 6 командаһы тыуған мәктәбендә уҡытыу һәм тәрбиә сифатын яҡшыртыу буйынса үҙ проекттарын тәҡдим итте. "Мәктәп медиаүҙәге", "Мәктәп буфеты", "Универсаль спорт майҙансығы", "Тәбиғәт мөйөшө "Йәшел ожмах"", "Спорт майҙансығы", "Балалар туризмы". Проекттар бик ҡыҙыҡлы һәм һәр береһе үҙенсәлекле ине. Яҡлау бик сағыу һәм әүҙем барҙы. Конкурста ҡатнашыусылар үҙ эштәрен ышаныслы яҡланы. Уҡыусыларҙың сығыштарын беҙ ҡыҙыҡһынып, һоҡланып һәм ғорурланып ҡарап ултырҙыҡ. Сығыштарҙан һуң 5-11 класс уҡыусылары араһында тәҡдим ителгән проекттар буйынса тауыш биреү үтте. Тауыш биреүҙә 86 баланан 85 уҡыусы ҡатнаша (1 бала бала ауырый).
Тауыш биреү йомғаҡтары буйынса иң күп тауыш (35 тауыш) менән "Мәктәп медиаүҙәге" проекты еңеп сыҡты.
Проектта ҡатнашыусыларҙың барыһына ла рәхмәт белдерәбеҙ һәм еңеүсе командаға артабан да уңыштар теләйбеҙ!
Маҡсатыбыҙға ирешеп, хыялдарыбыҙҙы тормошҡа ашырырға яҙһын!

Әбделмәмбәт уҡыусылары инициатива проекттарында ҡатнаша
Әбделмәмбәт уҡыусылары инициатива проекттарында ҡатнаша
Әбделмәмбәт уҡыусылары инициатива проекттарында ҡатнаша
Әбделмәмбәт уҡыусылары инициатива проекттарында ҡатнаша
Әбделмәмбәт уҡыусылары инициатива проекттарында ҡатнаша
Әбделмәмбәт уҡыусылары инициатива проекттарында ҡатнаша
Әбделмәмбәт уҡыусылары инициатива проекттарында ҡатнаша
Әбделмәмбәт уҡыусылары инициатива проекттарында ҡатнаша
Автор:ЗӨБӘРЖӘТ ЯҠУПОВА
Читайте нас: