+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
7 Май 2023, 10:33

Ир-егеттәр күтәрә ил данын

Баймаҡ ҡалаһының 5-се мәктәбе биләмәһендә Азат итеүсе һалдат һәйкәле асылды. 

Ир-егеттәр күтәрә ил данын
Баймаҡ ҡалаһының 5-се мәктәбе биләмәһендә Азат итеүсе һалдат һәйкәле асылды. Был һәйкәл 1947 йылда Эстонияның баш ҡалаһы Таллин ҡалаһында ҡуйылған була. Ер йөҙөн фашизмдан азат иткән совет һалдатына ҡуйылған һәйкәл хәҙер юҡ. Таллин ҡалаһы өсөн көслө алышта һәләк булған совет һалдаттары ҡәберлегенә ҡуйылған “Бронза һалдат” һәйкәленең күсермәһе яу яландарында ятып ҡалғандарҙың символы булараҡ, тыуған иленә әйләнеп ҡайтты һәм Баймаҡ ҡалаһының Көньяҡ биҫтәһендә урынлашҡан 5‐се мәктәп урамына урынлаштырылды. "Бронза һалдат" исемен алған һәйкәл йәш быуында илһөйәрлек һәм ватансылыҡ сифаттары тәрбиәләүҙә, яуҙа һәләк булған яугирҙәрҙең күрһәткән батырлыҡтары менән ғорурлыҡ тойғолары уятыуҙа ҙур әһәмиәткә эйә буласаҡ.
Һәйкәлде тергеҙеүҙә Баймаҡ ҡалаһының 5-cе мәктәбендә хәрби тәрбиә биреүсе остаз Рим Ғәтиәт улы Искужин күп көсөн һала – бағыусылар табыу, һәйкәл ҡуйыласаҡ урынды әҙерләү һәм башҡа машәҡәттәр тап уның иңенә төшә. Әлбиттә, үҙ илеңдең патриоты булыу өсөн бик күп сифаттарға эйә булыу зарур: тыуған илеңде яратырға, физик һәм рухи яҡтан ҡаҡшамаҫ ныҡлы булырға кәрәк. “Һәр кеше үҙ Ватанын яратып, ысын патриот булып йәшәргә тейеш. Мәғариф системаһы әүҙем һәм инициативалы, йүнсел һәм эшлекле, сәләмәт рухлы, йәмғиәткә файҙа килтерә алырҙай яңы быуын гражданын үҫтереүҙе маҡсат итеп ҡуя. Кешелә тыуған илгә ҡарата тоғролоҡто бала саҡтан үк тәрбиәләргә кәрәк”, ти тәжрибәле уҡытыусы.
Кем һуң ул Эстониялағы “Бронза һалдат” һәйкәленең күсермәһен Башҡортостандың Баймаҡ районы 5-се мәктәп биләмәһенә тергеҙеүсе? Талантлы педагог, тәжрибәле хәрби остаз, ҡайҙа ғына эшләһә лә – хөрмәтле коллега, уҡыусыларҙың яратҡан уҡытыусыһы һәм башҡа бик күп яҡшы һыҙаттары менән кеше күңелен яулай алған Искужин Рим Ғәтиәт улы Баймаҡ районы Икенсе Этҡол биләмәһенә ҡараған Сәйетбаттал ауылында 01.03.1955 йылда донъяға килә. Байым мәктәбендә 8 йыллыҡ белем биреү мәктәбенән һуң 1970 йылда Сибай педагогия училищеһына инә. Дүрт йыл уҡытыусы һөнәрен үҙләштергәс, йүнәлтмә буйынса Бирск ҡалаһына эшкә ебәрелә. Йәш белгес ике ай ғына эшләп өлгөрә – 1974 йылдың ноябрь айында үк хәрби хеҙмәткә алына. Дәртле, сос егетте Армия тағы ла сыныҡтыра, төплө тәжрибә бирә, тыуған илдең намыҫлы кешеһе итеп тәрбиәләй.
Офицерҙарҙың ышанысын яулаған өмөтлө һалдатты хәрби эшкә ҡалдырырға өгөтләйҙәр, ләкин тыуған яҡҡа, атай-әсәйгә, туғандарға булған мөхәббәт һәм һағыш Рим Ғәтиәт улын, хәрби бурысын үтәгәс тә ҡайтырға мәжбүр итә. Шулай итеп, 1976 йылда Баймаҡ районы II-се Этҡол мәктәбендә ең һыҙғанып, физкультура уҡытыусыһы булып эш башлай. Уҡыусылар менән район кимәлендәге төрлө хәрби конкурстарҙа алдынғылыҡты бирмәгән йәш белгесте 1983 йылда Баймаҡ ҡалаһының интернатына хәрби етәксе итеп эшкә алалар, киләһе йылға хәрби комиссариат йүнәлтмәһе буйынса Ҡазан ҡалаһына офицер кадрҙарын ҡайтанан әҙерләү курсынан кесе лейтенант званиеһына эйә булып ҡайта. Артабан Ырымбур өлкәһенең Тоцк ҡалаһында тағы ла белемен камиллаштыра, өлкән лейтенант званиеһын ала.. Интернатта 7 йыл эшләй ул, өйләнә, өс балаға атай була. Тағы ла хәрби етәксе вазифаһын намыҫлы итеп ҡаланың 1-се һәм 2-се мәктәбендә 11 йыл буйы йәш быуынға хәрби күнекмәләргә өйрәтеүҙән тыш, остаз булараҡ хәрби кадрҙар әҙерләүгә лә булышлыҡ итә. 2001 йылда Баймаҡ ҡалаһының хәрби комиссариатына эшкә алалар. Тиҫтә йылдар балалар менән эшләгән уҡытыусыға буласаҡ һалдаттарҙың хәрби хеҙмәткә әҙерлекһеҙ булыуы эсен бошора һәм Рим Ғәтиәт улы 2003 йылда 105-се һөнәрселек училищеһына эшкә бара. Хаҡлы ялға сыҡҡансы ошонда 9-сы класты бөтөп, әрме сафына тиклем һөнәр алған егеттәрҙе хәрби хеҙмәткә әҙерләй. Ауыл хужалығы училищеһында кадет төркөмдәре булдырырға ла ирешә ул. Әллә күпме йылдар хәрби йыйындың етәксеһе була. Шулай итеп, хаҡлы ялға сыҡҡансы ғүмерен йәш быуында хәрби әҙерлек буйынса белем биреү менән бер рәттән илһөйәр, ҡаһарман рухлы итеп тәрбиәләүҙә ҙур көс һала.
Хаҡлы ялға сыҡҡас та, тынғыһыҙ, дәртле кеше тик ултырыуҙы өнәп етмәй, Баймаҡтың көнъяҡ биҫтәһенә яңы һалынған 5-се һанлы мәктәпкә эшкә килә һәм яңы идеялар менән яратҡан эшен дауам итә. Яңыраҡ Өфө яғыулыҡ энергетика колледжиның Баймаҡтағы филиалына ла эшкә саҡырып алдылар. Етеҙ кеше барыһына ла өлгөрә. Шуны ла билдәләү мөһим – Рим Ғәтиәт улы эшләгән һәр мәктәптә лә яугирҙарға арналған “Тыуған илде һаҡлау тигән һөнәр бар” тип аталған стенд булдыра. Мәктәп директоры Фәнил Фазылғаян улы Йылҡыбаев менән берлектә мәктәптә юнармиясылар хәрәкәте булдырала, 2021 йылда 5-се класс уҡыусыларын кадет класы итеп асып эш башлай. Белем усағы етәксеһе әйтеүенсә, Рим Ғәтиәт улы үҙ эшенең оҫтаһы ғына түгел, ә киң массаны мәктәп мәнфәғәтенә йәлеп итеүсе оҫта ойоштороусы, үҙ эшен урын еренә еткереп башҡарыусы, тыңғыһыҙ һәм яуаплы белемгә әйҙәүсе ул.
Рим Искужин кадет кластарын хәрби күнекмәләргә өйрәтеп, етди шөғөлләнгәс, улар өсөн кейем булдырыуға бағыусылар таба. Ҡала һәм райондың күп сараларының тантанаһын тап 5-се мәктәптең кадет кластары аса, ошо уҡыусылар Еңеү парадында ҡатнаша. Быйылғы уҡыу йылында тағы ла бер башланғыс класты тамамлаған уҡыусыларҙы кадет класы итеп ҡабул иттеләр. Әлеге көндә Баймаҡ ҡалаһының 5-се һанлы мәктәбендә ике класс кадеттары уҡыу менән бер рәттән хәрби күнекмәләргә өйрәнә. Кадеттар үҙҙәренең төҙөлөш әҙерлегенән тыш, тәртибе менән дә айырыла, уҡыу алдынғыларының күкрәктәрен «Кадет мәғарифында айырым уңыштары өсөн (За особые успехи в кадетском образовании)” миҙалдары биҙәй. Патриотик айлыҡ сиктәрендә мәктәптәрҙә төрлө осрашыуҙар үткәреү – буласаҡ ил һаҡсылары өсөн айырым тәрбиә өлгөһө булып тора. Шулай итеп, ил күләменә йәш быуынды илһөйәр, ҡаһарман рухлы итеп тәрбиәләүҙә ҙур роль уйнаған юнармиясылар сафы киңәйгәндән-киңәйә бара.
Рим Ғәтиәт улының ҡаҙаныштары ла бик күп: Хеҙмәт ветераны; Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайыбашҡарма комитетының Рәхмәт хаты; Йәштәрҙе патриотик тәрбиәләүҙәге һәм ветерандар хәрәкәтенә ярҙам һәм булышлыҡ иткән өсөн миҙалдар менән бүләкләнгән; Шулай уҡ, әлеге көндә майор дәрәжәһен йөрөткән хәрби уҡытыусының Рәхмәт хаттары һәм грамоталарының иҫәбе-һаны юҡ. Улар барыһы ла яуаплы һәм намыҫлы хеҙмәт өсөн. Бихисап уҡыусылары хәрби училищеларҙа уҡып, хәрби дәрәжәле ил һаҡсылары булып, хатта ҡыҙыу нөктәләрҙә етәкселек итеүе – үҙе бер ҙур ҡаҙаныш.
Баймаҡ ҡалаһының ғына түгел, райондың, хатта республиканың үҫешенә тос өлөш индергән остазыбыҙ нәк беҙҙең 5-се мәктәптә эшләүе менән коллегаларыбыҙ ҙа, ата-әсәләр ҙә ғорурлана, ә инде азат итеүсе бронза һәйкәле Баймаҡ ҡалаһының конъяҡ микрорайоның биләмәһендә урынлашыуы – оло мәртәбә өҫтәй был яҡта йәшәүсе халыҡҡа.
Ир-егеттең уйында – эйәрле ат, ти халыҡ. Ысынлап та, мәктәптәрҙә белем һәм тәрбиә биреү менән бер рәттән, уҡытыуҙың көнкүреш менән бәйләнешен нығытыу, балаларҙы тормошҡа өйрәтеү - төп маҡсат булып һанала. Илһөйәр уҙамандың ҡуйылған пландары тормошҡа ашып тора, сөнки бөгөнгө ысынбарлыҡта тик әүҙем, һәләтле һәм үҙенә талапсан кешеләр генә уңышҡа өлгәшә. Тыуған ерендә берегеүен һәм үҙ төйәгенә ҡарата хәстәрлеген артабан да күрербеҙ, тип ышанабыҙ. Оло йөрәкле, халҡына тоғро хеҙмәт итеүсе Рим Ғәтиәт улы Искужинға алдағы тормошонда бәрәкәтле оҙон ғүмер, һаулыҡ, эшендә уңыштар һәм еңеүҙәр теләйбеҙ.
Венера Ҡасҡынова
5-се мәктәптең юғары категориялы башланғыс белем биреү уҡытыусыһы

Автор:ЗӨБӘРЖӘТ ЯҠУПОВА
Читайте нас: