+13 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
7 Июнь 2023, 11:47

Намыҫ - батырлыҡ менән бер!

Сибай уҡыусылары урамда аҡса табып алған һәм уны хужаһына ҡайтарып биргән

Намыҫ - батырлыҡ менән бер!
Намыҫ - батырлыҡ менән бер!

♥ Сибай уҡыусылары урамда аҡса табып алған һәм уны хужаһына ҡайтарып биргән

💰 5 июндә Сибайҙың 9-сы лицей уҡыусылары – өсөнсө класта уҡыған Ислам Таһиров һәм алтынсысиныф уҡыусыһы Айгиз Юнысбаев мәктәп янында самокатта йөрөгән саҡта янсыҡ табып алған. Малайҙар уның эсендә мең һум аҡса һәм банк карталары ятҡанын асыҡлағас, хужаһына ҡайтарып бирергә ҡарар иткән.

Уҡыусылар шунда уҡ полиция бүлегенә юлланған. Табышты бәлиғ булмағандар эше буйынса өлкән инспектор Радмир Зарипов ҡабул иткән. Ә янсыҡ хужаһы 78 йәшлек пенсионер Зөһрә Әбделғужина булып сыҡҡан. Полицейскийҙар уға юғалтҡан әйберен алып барып тапшырған.

Намыҫ - батырлыҡ менән бер!
Намыҫ - батырлыҡ менән бер!
Автор:
Читайте нас: