Башҡортостан көрәшсеһе – донъя чемпионы!
Ярыштар Истанбулда үтте һәм унда 17 йәшкә тиклемге үҫмерҙәр ҡатнашты
Башҡортостандан 16 йәшлек спортсы Илья Кандалин грек-рим көрәше буйынса донъя беренселеге чемпионы булды.
Октябрьский ҡалаһы көрәш мәктәбе тәрбиәләнеүсеһе Илья, Әрмәнстандан Артур Браун менән осрашты һәм ваҡытынан алда 9:0 иҫәбе менән еңеү яуланы.
Бынан алда, йәш яҡташыбыҙҙың, грек-рим көрәше буйынса Европа беренселегендә еңеүсе икәне билдәле ине. Хәҙер инде, 16 йәшендә генә ул, өс тапҡыр Рәсәй беренселеге еңеүсеһе, Европа беренселегенең бронза, алтын призеры һәм донъя беренселеге чемпионы!
Фотолар: "Башинформ"дан.