+12 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
17 Август 2023, 14:10

Бәхил бул, шәхес!..

Башҡортостандың халыҡ артисы, мәшһүр йырсы Абдулла Солтанов вафат.

Бәхил бул, шәхес!..
Бәхил бул, шәхес!..

Ауыр юғалтыу
Башҡортостандың халыҡ артисы, мәшһүр йырсы Абдулла Солтанов вафат.

Абдулла Афзал улы 1928 йылдың 25 сентябрендә Учалы районы Ҡобағош ауылында тыуған. Хеҙмәт йылдары тулыһынса тыуған ауылында үтә.
Ғәжәйеп матур тауышлы йырсы йәш сағынан төрлө кимәлдәге үҙешмәкәр концерттарҙа әүҙем ҡатнаша.
Репертуарында 60-тан ашыу оҙон көйлө тарихи башҡорт халыҡ йырҙары. Һамар, Ульяновск һәм Мәскәү сәхнәләрендә, Германия, Португалия һәм яҡын сит илдәрҙең ҡалаларында сығыш яһаған. Абдулла Солтанов башҡарған күп кенә башҡорт халыҡ йырҙарының яҙмалары «Башҡортостан дәүләт телерадиокомпанияһы», Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының фольклор кабинеты, Өфө дәүләт сәнғәт институты, «Останкино» Телерадиокомпанияһы һәм Мәскәүҙәге Гнесиндар исемендәге Дәүләт музыка педагогия институты фондтарында һаҡлана.

Абдулла Афзал улы үҙешмәкәр йырсыларҙың Бөтә Рәсәй конкурсы лауреаты, уға Башҡортостандың халыҡ артисы исеме, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы бирелгән. Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Учалы районының почётлы гражданы.

Абдулла Афзал улының яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ...

 

Автор:
Читайте нас: