Бөгөн Бүздәктә бәлеш бешереү оҫталары йыйылды. Аш-һыу фестивале район үҙәгендәге Спорт һәм ял паркында ойошторолдо. Унда төрлө халыҡ вәкилдәре үҙҙәренең милли ихаталарын, ризыҡ рецептарын тәҡдим итте һәм иң тәмле бәлеш бешереүҙә көс һынашты.
Диаметры 1,5 метрлыҡ табала, махсус сығарылған мейестә беште ул башҡорт милли ашы!