ҠОТЛАЙБЫҘ!
Яҙыусы, драматург, "Ағиҙел" журналының баш мөхәррире Мөнир Ҡунафин уҡыусылар араһында киң танылыу яулаған, Фәнис Хөсәйенов тураһындағы "Бер ғүмер етмәй икән...", "Ҡыҙарып сейә бешкән мәл ине" тигән юлъяҙмалары өсөн Башҡортостан Хөкүмәтенең Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премияһына лайыҡ булды.
Ҡәләмдәшебеҙҙе ҙур уңышы менән ихлас ҡотлап, тағы ла бейегерәк үрҙәр яулауын теләйбеҙ!