+9 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
13 Ноябрь 2023, 14:45

Беҙҙең киләсәк - ул Балалар!

«БАЛАЛАР» - ул саф башҡорт телендә эшләнгән йәнһүрәттәр теҙмәһе. Башҡорт телендә бығаса бындай проектар булманы. 1 йәштән 5 йәшкә тиклем балаларға тәғәйенләнгән йәнһүрәттәр туған телдә белем биреү форматында булдырылған. Һәр серияһын балалар көтөп ала, сөнки улар тирә-яҡты, донъяны саф башҡорт телендә, яратҡан персонаждары менән өйрәнә.

Беҙҙең киләсәк - ул Балалар!
Беҙҙең киләсәк - ул Балалар!

Беҙҙең киләсәк - ул Балалар!

 

 

Хәҙерге заманда йәш ғаиләләрҙә балаларға башҡорт телен өйрәтеү, уға телдең бар нескәлектәрен еткереү – төп маҡсат. Телевизорҙы, Интернетты урыҫса йәнһүрәттәр баҫып алған ваҡытта балаларҙы туған телдә һөйләштереү ҡатмарлы. Уҡытыусыларға, тәрбиәселәргә лә эш еңелдән түгел. Бар булған методик әсбаптар, дәреслектәр – урыҫ телендә. Ошондай шарттарҙа балаларға башҡорт теленә ҡыҙыҡһындырыуҙы нисек уятырға?

 

Тап ошондай һорауҙарҙан һуң, балаға үҙ туған телен еткереү, өйрәтеү нигеҙендә «БАЛАЛАР» проекты тормошҡа ашырыла. 

 

«БАЛАЛАР» - ул саф башҡорт телендә эшләнгән йәнһүрәттәр теҙмәһе. Башҡорт телендә бығаса бындай проектар булманы. 1 йәштән 5 йәшкә тиклем балаларға тәғәйенләнгән йәнһүрәттәр туған телдә белем биреү форматында булдырылған. Һәр серияһын балалар көтөп ала, сөнки улар тирә-яҡты, донъяны саф башҡорт телендә, яратҡан персонаждары менән өйрәнә.

 

Йәнһүрәтенең беренсе биш серияһы 2019 йылда сыҡҡайны. Бөгөнгө көндә 20-нән ашыу серия донъя күрҙе. Кескәй балалар йәнһүрәтте яратып ҡабул итте. Ошо ваҡыт эсендә төп геройҙар менән дә дуҫлашып бөттөләр: айыу Аяз, төлкө Тансулпан, бүре Булат, бесәй Бибинур. Тап ошо персонаждар балалар һәм атай-әсәйҙәр менән төрлө төҫтәрҙе, миҙгелдәрҙе өйрәнә, ә уҡытыусы өкө - Өмөбикә уларға был эштә ярҙам итә.

 

Проект етәксеһе Рузилә Кинйәбулатова әйтеүенсә, йәнһүрәт ысынлап та уңышлы булһын өсөн һәр дүртенсе башҡорт уны балаһына күрһәтергә тейеш. «БАЛАЛАР» проекты алдында ҙур һәм мөһим мәсьәлә тора – ул башҡорт йәнһүрәте аша башҡорт телен өйрәтеү. Әгәр беҙҙең балалар башҡорт телендә һөйләшеүен туҡтатһа, тимәк киләсәктә башҡорт телен белгән бер генә оло кеше лә ҡалмаясаҡ. Беҙҙең киләсәк - ул Балалар! Ә беҙҙең башҡорт теле һеҙҙең ҡулығыҙҙа, балалар!

 

«БАЛАЛАР» проектын булдырыу ҙур көс талап итә. Матур һәм сағыу йәнһүрәттәр артында ҙур команда: етәксе, аниматорҙар, йыр авторҙары, сценаристар, актерҙар һәм башҡалар тора. Йәнһүрәтте сығарыу ҙур сығымдар талап итә. Әлегә  булдырылған йәнһүрәттәр Башҡортостан Республикаһы Башлығы гранттарына (5 һәм 3 млн), бағыусылар  (100 000 һум) һәм проект етәксеһе Рузилә Кинйәбулатованың Рәсәй Федерацияһының мәҙәниәт министрлығы тарафынан алынған стипендияһы (72 000 һум) ярҙамында донъя күрҙе.

Балалар өсөн артабан да был проектты сығарыр өсөн бик күп сығымдар талап ителә. Сөнки 3-4 йылға 10-15 серия менән генә баланы башҡорт теленә өйрәтеп булмай. Ә йәнһүрәттәр һанын арттырыу өсөн нимә эшләргә һуң? Яуап ябай – яны сериялар өсөн күмәкләп аҡса йыйыу. Тап ошолай мәсьәләне хәл итеп була. Ошо һылтанма аша күсеп, һәр кем был эшкә үҙ өлөшөн индерә ала. Күрһәтелгән куар-код аша һеҙ «БАЛАЛАР» проектына ярҙам итә алаһығыҙ! Башҡорт телен үҫтереүҙә ситтә ҡалмағыҙ!

 

Айгөл Байназарова, «Балалар» проектының пиар-менеджеры.

 

Проектың Бәйләнеш (Вконтакте) селтәрендә махсус төркөмө:

BALALAR   - https://vk.com/balalar

 

Башҡорт телендә йәнһүрәттәр йыйынтығың YouTube платформаһында махсус бите:

 

БАЛАЛАР  - https://www.youtube.com/@balalarRB

 

Проектың крауфандинг нигеҙендә булдырылған бите:

https://boomstarter.ru/projects/1118789/obrazovatelnye_multfilmy_na_bashkirskom_yazyke_balalar

 

Беҙҙең киләсәк - ул Балалар!
Беҙҙең киләсәк - ул Балалар!
Беҙҙең киләсәк - ул Балалар!
Беҙҙең киләсәк - ул Балалар!
Автор:ЗӨБӘРЖӘТ ЯҠУПОВА
Читайте нас: