+9 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
23 Ноябрь 2023, 13:34

2024 йыл Рәсәйҙә - Ғаилә йылы!

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың был турала указы рәсми хоҡуҡи-мәғлүмәт интернет-порталында урынлаштырылған.

2024 йыл Рәсәйҙә - Ғаилә йылы!
2024 йыл Рәсәйҙә - Ғаилә йылы!

2024 йыл Рәсәйҙә Ғаилә йылы тип иғлан ителде

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың был турала указы рәсми хоҡуҡи-мәғлүмәт интернет-порталында урынлаштырылған.

Ҡарар ғаиләне яҡлау һәм традицион ғаилә ҡиммәттәрен һаҡлау өлкәһендә дәүләт сәйәсәтен популярлаштырыу маҡсатында ҡабул ителде, тиелә документта.   

Бынан тыш, дәүләт башлығы Хөкүмәткә 27 декабргә тиклем Ғаилә йылын үткәреү буйынса ойоштороу комитетын ойошторорға, уның составын раҫларға һәм уны үткәреү буйынса төп сараларҙы финанслау сығанаҡтарын билдәләргә ҡушты. Тематик йылды ойоштороу өсөн яуаплы комитет рәйесе итеп Рәсәй хөкүмәте рәйесе урынбаҫары Татьяна Голикова тәғәйенләнгән.

 

Автор:ЗӨБӘРЖӘТ ЯҠУПОВА
Читайте нас: