Һаумыһығыҙ,”Аманат” журналы хеҙмәткәрҙәре! Ғафури районының Жәлил Кейекбаев
исемендәге Сәйетбаба урта мәктәбенән ҡайнар сәләмдәребеҙҙе ебәрәбеҙ.
Беҙ, 6- сы синыф уҡыусылары, быйылғы йылда “Бөтөн синыф менән “Аманатҡа” тип
аталған конкурста ҡатнашып, барыбыҙҙа 2024 йылдың 1-cе ярты йыллығына “Аманат”
журналына яҙылдыҡ. Синыфыбыҙҙа 21 уҡыусы белем һәм тәрбиә ала. Синыфыбыҙ бик татыу
һәм дуҫ.Төрлө бәйгеләрҙә ҡатнашып призлы урындар яулайбыҙ. Район күләмендә Мәжит
Ғафуриҙың шиғырҙарын яттан һөйләү буйынса уҙғарылған шиғыр һөйләүселәр
бәйгеһендә Шәйхолова Яҙгөл - 3 урын алды. Шулай уҡ “Ғафури йондоҙсоҡтары” тип
аталған бәйгелә Яхина Динә менән Шәйхолова Яҙгөл I дәрәжә Дипломына лайыҡ
булдылар. Бынан тыш Динә менән Яҙгөл Мәҙәниәт йорто эргәһендә эшләп килгән
“Асанай” халыҡ фольклорында ла бик теләп йөрөйҙәр. Быйылғы йылда Асанайҙар менән
Стәрлетамаҡ ҡалаһында уҙғарылған “Ашҡаҙар таңдары” тип исемләнгән фольклор
байрамында ла ҡатнаштылар. Мәктәп күләмендә ойошторолған бөтөн сараларҙа ла әүҙем
ҡатнашабыҙ. Ауылыбыҙҙы ҡап уртаға бүлеп Өйә йылғаһы аға, ә уның яр башында яу
ҡырында һәләк булған яугирҙарыбыҙға обелиск урынлашҡан. Быйылғы уҡыу йылында
ошо обелискыны ышанып, беҙгә тапшырҙылар. Беҙҙең бурыс – уны таҙа тотоу, гөл-
сәскәләр ултыртыу. Мәҙәниәт йорто эргәһендә ойошторолған “ Ынйылар” бейеү
ансамблендә синыфыбыҙҙан 8 уҡыусы шөғөлләнә. Ауыл, район күләмендә уҙғарылған
мәҙәни саралар беҙҙән тыш үтмәй. Спорт буйынса ла һынатмайбыҙ. Спортсыларыбыҙ
Юлбарыҫова Әлфиә, Лоҡманова Динә, Шәйхолова Фатима, Байбулдина Алина, Рәхимов
Юлай, Әбдрәхимов Хәлил, Кәлимуллин Ильмир, Шәйхолова Яҙгөл, Мансуров Азат
мәктәптә, районда уҙғарылған спорт сараларында әүҙем ҡатнашалар.
”Аманат” журналы беҙгә бик оҡшай, шуның өсөн күмәкләп яҙылып,синыф
сәғәттәрендә, синыфтан тыш уҡыу дәрестәрендә ҡулланырға булдыҡ. Журналда сыҡҡан
ҡыҙыҡлы рубрикалар бихисап. Ошо рубрикаларҙы күҙәтеп барырбыҙ, конкурстарында
ҡатнашырбыҙ. Мәктәп тормошо, алдыңғы уҡыусылар тураһында үҙебеҙҙең
яңылыҡтарыбыҙ менән дә бүлешербеҙ.
Журналдың тиражы кәмемәһен, ә киреһенсә һеҙҙе уҡыусы балаларҙың һаны йылдан-йыл
артһын ине.
Һау булығыҙ, иҫәнлек-һаулыҡ, журналдың оҙон ғүмерле булыуын, ижадығыҙҙың
һүнмәүен, һүрелмәүен теләп, 6 -cы синыф уҡыусылары һәм синыф етәксеһе башҡорт теле
һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Зилә Хөрмәтулла ҡыҙы Иҙрисова.