+9 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
7 Декабрь 2023, 11:51

Зәйнетдин әкиәт уҡый!

Билдәле артистың һөйләүендә әкиәт ҡыҙыҡлы ла, әүрәткес тә булыуы менән балаларҙы үҙенә йәлеп итә. Йырсының тауышында һөйләп аңлатып булмай торған сер бар. Хатта иң тиктормаҫ сабый ҙа уның башҡарыуында ошо әкиәтте тыңлағанда иҫе китеп туҡталып ҡала.

Зәйнетдин әкиәт уҡый!
Зәйнетдин әкиәт уҡый!

Зәйнетдин әкиәт уҡый!

Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, билдәле музыкант, мультиинструменталист, бейеүсе Заһир Зәйнетдин башҡарыуында башҡорт халыҡ әкиәтен тыңлағыҙ. Билдәле артистың һөйләүендә әкиәт ҡыҙыҡлы ла, әүрәткес тә булыуы менән балаларҙы үҙенә йәлеп итә. Йырсының тауышында һөйләп аңлатып булмай торған сер бар. Хатта иң тиктормаҫ сабый ҙа уның башҡарыуында ошо әкиәтте тыңлағанда иҫе китеп туҡталып ҡала.

Заһир Зәйнетдин әлеге проект тураһында бына нимә ти: “Нәшриәттән әкиәттәрҙе тауышландырыу тәҡдиме менән шылтыратҡас, шатланып риза булдым. Сөнки был проект изгелекле һәм кәрәкле булып тора: киләсәктә ул беҙҙең балаларға, ейәндәргә ҡаласаҡ – аудиоәкиәттәрҙе улар тыңлаясаҡ. Мин үҙем бәләкәй саҡтан аудиокитаптар тыңларға яраттым, әле лә тыңлайым, шул рәүешле тыңлағанда, тиҙерәк үҙләштерелә лә, хәтерҙә лә ҡала. Ошондай проекттың булыуы бик тә шәп! Миңә “Моң сере” әкиәтен тауышландырыу бик оҡшаны һәм был башланғысҡа киләсәктә уңыштар теләйем. Үҙемдең ҡыҙым Айлин тыуғас, балалар өсөн тәғәйенләнгән аудиояҙмалы яҡшы проекттар тағы ла күберәк булһын тип теләйем”.

Башҡорт халыҡ әкиәттәрен түбәндәге сервистарҙа тыңлағыҙ:
-“Китап” нәшриәте сайты (https://kitap-ufa.ru/)
-Яндекс Музыка (https://music.yandex.ru/album/28375696)
-ВК-музыка (https://vk.com/audio_playlist-2000380863_19380863_8d50aac36093f40599)
-iTunes (https://music.apple.com/ru/artist/башкирские-народные-сказки/1718600873
-МТС музыка (https://music.mts.ru/artist/21108695)
-Tik-Tok Музыка

Зәйнетдин әкиәт уҡый!
Зәйнетдин әкиәт уҡый!
Автор:ЗӨБӘРЖӘТ ЯҠУПОВА
Читайте нас: